Хәүефһеҙлек
3 Июль 2021, 11:00

Күл буйында табын ҡороп...

Ошо ваҡиғанан һуң икенсе көнөнә юғалған ирҙе бөтә туғандары эҙләй, тик ул табылмай. Аҙаҡ әсәһе...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала көн һайын тиерлек һыуҙа батҡандар һаны арта.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн иртә менән водолаздар Октябрьский ҡалаһы янындағы Ыҡкүлдән батҡан ирҙең кәүҙәһен сығара. Асыҡланыуынса, ул 30 июндә дуҫы менән һыу инеп, спиртлы эсемлектәр менән табын ҡорған. Шаһиттар әйтеүенсә, ниндәйҙер бер мәлдә уларҙың береһе юҡ була, ҡала яғына китә. Аҙаҡ икенсеһе лә бар әйберҙәрен алып, дуҫының өйөнә бара. Әммә уныһы йортта булмай сыға.
Икенсе көнөнә юғалған ирҙе бөтә туғандары эҙләй, тик ул табылмай. Аҙаҡ әсәһе улының юғалыуы хаҡында полицияға мөрәжәғәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыусылар юғалған ирҙең ярҙан өс метр алыҫлыҡта батҡан кәүҙәһенә юлыға.
Республика халҡын Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт идаралығы йәнә бер тапҡыр иҫкәртә: һыу ингәндә спиртлы эсемлектәр ҡулланмағыҙ, рөхсәт ителмәгән урында һыу инмәгеҙ!
Фото: "Башинформ".
Читайте нас