Хәүефһеҙлек
4 Июль 2021, 18:45

Үҙен үҙе талаған

Эшҡыуар шул рәүешле бурыстан ҡотолорға уйлаған.

Үҙен үҙе талағанҮҙен үҙе талаған
Үҙен үҙе талаған

Ҡырҡ йәшлек эшҡыуарҙың өр-яңы БМВ автомобиленән өс миллион һум аҡсаһын алып ҡасыуҙары тураһында бер яҙғайныҡ. Шул енәйәт эшенә асыҡлыҡ индерелгән - бур тотолған.

Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең генераль директоры полицияға автомобиленән өс миллион һум аҡсаны урлауҙары тураһында хәбәр итә. Был эш буйынса тикшереү башлана. Видеокамера яҙмаһы һәм башҡа кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр бурҙың тап ошо машинала тәғәйен бер урында аҡса барлығын белеп килеүен күрһәтә һәм был тәфтишселәрҙе һағайырға мәжбүр итә. Шулай уғрының эҙенә тиҙ төшәләр, ә ул, үҙ сиратында, бар дөрөҫлөктө асып һала.

Асыҡланыуынса, аҡсаны урлауҙы эшҡыуар үҙе ойошторған булып сыҡты. Һөйләшеү буйынса, ул кафела бирәсәген ҡайтарырға тейешле дуҫтары менән ултырған арала танышы аҡсаны алып сыға. Аҙаҡ инде, план буйынса, аҡса алырға килеүселәр уның урланғанлығын үҙ күҙҙәре менән күрергә тейеш була.

Эш полицияға тиклем барып етмәйәсәк, тип ышандыра ул ҡара эшенә йәлеп иткән танышын. Бының өсөн уйынсыҡ купюралар ҙа һатып ала. Тик аҙаҡ эш эшләнгәс, биргән һүҙен боҙоп, полицияға ҙур суммала аҡсаһын урлауҙары тураһында хәбәр итә.

Енәйәт эше "урлашыу"ҙан "ялған донос"ҡа үҙгәртелде, һәм элекке зыян күреүсе хәҙер ғәйепләнеүсе сифатында ҡылғанына яуап бирәсәк, тип хәбәр итә Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас