Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әлшәй районындағы ғаиләгә йәнә ҙур фажиғә кисерергә тура килгән.
Үткән аҙнала Әлшәй районында булған ҙур аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Унда “Лада Калина” менән һөт ташыған “КамАЗ” бәрелеште. Аварияла 26 йәшлек Иван, уның 13 йәшлек үгәй ҡыҙы һәм 22 йәшлек ҡатын һәләк булды. Алты йәшлек бала менән йәш водитель дауаханала.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, ошо аварияға тиклем ике ай алда ғына Ивандың бер туған ҡустыһы ла аварияға осрап үлгәйне. “Комсомольская правда” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, был ғаиләгә йәнә ҙур бәлә килгән. Туғандары Иванды һәм уның ҡыҙын ерләгән көндә уның ике туған ағаһы батып үлгән. 27 йәшлек Вячеславтың ике айлыҡ балаһы ҡалған.
– Ул бигерәк йәш ине, ишле ғаиләлә үҫте. Туғыҙ баланың иң ҙуры ине. Һәр саҡ етди, яуаплы булды. Тыуған ауылы Поляковкала бер ҡыҙ менән таныштылар, өйләнешкәс, эш табып, бергәләп Сорғот ҡалаһына күстеләр. Күп тә үтмәй сабыйҙары тыуҙы, уға әле ике ай ғына, – ти туғандары.
Барыһы ла ҡапыл килеп сыҡҡан. Йома көн эштән һуң Вячеслав һыу инергә барған. Тик йылғаға сумғас, ҡапыл аяғын ҡорошҡаҡ тотоп, бата башлаған. Иптәштәре ҡотҡарырға тырышһа ла, өлгөрмәгән.
– Беҙгә был турала һуң ғына әйттеләр. Йома көнө генә Иванды ерләнек. Инде бына тағы ҙур һынау. Әйтерһең, ғаиләгә ҡарғыш төшкән. Ике ай эсендә нисә кеше һәләк булды, – ти яҡындары.
Вячеславты тыуған яғында ерләргә булғандар. Бөтә ауыл халҡы уның менән хушлашырға килгән һәм тик яҡшы һүҙҙәр менән генә хәтергә алған.
Яңы ғына атай булып йәшәй башлаған ир һәм уның яҡындары бик йәл. Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм фажиғәләр ошоноң менән бөтһөн ине тип теләйбеҙ.