Хәүефһеҙлек
5 Июль 2021, 17:55

Ҡатын-ҡыҙға һөжүм итеүсе тотолдо

Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә...

Ҡатын-ҡыҙға һөжүм итеүсе тотолдоҠатын-ҡыҙға һөжүм итеүсе тотолдо
Ҡатын-ҡыҙға һөжүм итеүсе тотолдо

Урамда көпә-көндөҙ оло ҡатындарҙы талап йөрөгән әҙәм, ниһайәт, тотолған.

Элек тә хөкөмгә тарттырылғаны булған 33 йәшлек ир, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, пенсионер йәшендәге ҡатындарҙы талауҙа шик аҫтына алынған.

Фараз буйынса, был әҙәм ҡара ҡылығын ҡаланың Черниковка, Ҡулса һәм Богдан Хмельницкий урамдарында ҡылған - үтеп барған ҡатындар янына йүгереп килеп, алтын сылбырҙарын йолҡоп алып ҡасҡан. Таланған әйберҙәрен ломбардҡа һалып, был аҡсаға аҙыҡ-түлек һәм спиртлы эсемлек алған.

Ир ғәйебен тулыһынса таныған. Әлеге мәлдә ул һаҡ аҫтында, енәйәт эше асылған.

Фото: festival.vestiprim.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас