Хәүефһеҙлек
5 Июль 2021, 17:05

Кәмәләре әйләнеп китеп...

Әсә балаһы менән үҙаллы ярға тиклем сыға алған, ә ирҙәр...

Кәмәләре әйләнеп китеп...Кәмәләре әйләнеп китеп...
Кәмәләре әйләнеп китеп...

Краснокама районында дүрт кеше ултырған кәмә түңкәрелгән.

Кисә, 4 июлдә, Краснокама районы Яңы Ҡабан ауылы эргәһенән аҡҡан Ағиҙел йылғаһында ял итеүселәр бәхетһеҙлеккә тарыған - дүрт кеше ултырған моторлы кәмә әйләнеп киткән, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан. Әйтеүҙәренсә, кәмәлә ирле-ҡатынлы ҡыҙҙары менән, йәнә бер ир кеше ултырған. Әсә һәм бала үҙаллы ярға тиклем сыға алған. Ә ирҙәр менән ни булғаны әлегәсә билдәле түгел. Йылға төбөн водолаздар тикшерә.

Кисә ҡотҡарыусылар Павловка һыу һаҡлағысында 1987 һәм 1982 йылғы ике иргә ярҙам күрһәткән. "Күҙ алдында моторлы резина кәмә ҡапыл әйләнеп китеп, унан ике кеше һыуға осоп төштө. Бәхеткә, мотор һүнде. Бәләгә тарыусылар ярға сығарылды", тип хәбәр иткән ҡотҡарыусылар.

Кәмә менән бәйле тағы бер фажиғә: Нөгөш һыу һаҡлағысында катер һыуҙа йөҙгән кешене бәрҙергән. Зыян күреүсене, 1985 йылғы ирҙе, дауаханаға оҙатҡандар, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптарға уның үлемен теркәргә генә ҡалған. 

Ҡайҙа ғына булһаҡ та, уяулыҡты, айыҡ аҡылды юғалтмайыҡ, тейешле ҡағиҙә-талаптарҙы теүәл үтәйек, үҙебеҙгә һәм эргә-тирәбеҙҙәге кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәттә булайыҡ!

Фото: ok.ru

,

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас