Саҡмағош районының Үрнәк ауылында һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урында 1966 йылғы ир батҡан. Фажиғә урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, шул мәлдәге хәл-ваҡиғалар тергеҙелә.
Ҡырмыҫҡалы районындағы күлдә 1987 йылғы ирҙең мәйетен сығарғандар. Был бәхетһеҙлек буйынса ла тикшереү бара.
Әлшәй районының Никифар ауылында 2010 йылғы малайҙың кәүҙәһен ике тәүлектән һуң ғына табып алалар...
Йәрмәкәй районы Исламбахты ауылынан алыҫ түгел Ыҡ йылғаһында һыу төшөргә тәғәйенләнмәгән урында 2012 йылғы малай бата. Көпә-көндөҙ, яҡындарының күҙ алдында... Был бәхетһеҙлек осрағы буйынса ла тикшереү бара.
Күреүегеҙсә, күп осраҡта һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән урындарҙа һәләк булалар, эскән килеш батыусылар күп. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәр ваҡыт иҫкәртә: һыу инеү өсөн рөхсәт ителгән урындарҙы ғына һайларға, спиртлы эсемлек ҡулланғандан һуң һыуға төшмәҫкә, белмәгән һыу ятҡылыҡтарында ярҙан алыҫҡа йөҙмәҫкә, тәрәнгә суммаҫҡа. Үҙебеҙҙең һәм балаларыбыҙҙың ғүмерҙәре өсөн яуаплылыҡ тойоп, уяулыҡты бер секундҡа ла юғалтмайыҡ, иптәштәр!
1 июлгә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республика йылға-күлдәрендә һигеҙ бала батып үлгән.