Хәүефһеҙлек
6 Июль 2021, 10:45

11614 кеше “ҡыҙыу элемтә”гә шылтыратҡан

Уларҙың күбеһе тест һөҙөмтәләрен асыҡлауға бәйле.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре комитеты рәйесе урынбаҫары, республиканың Ковидҡа ҡаршы хәл-шарттар үҙәге координаторы Римма Үтәшева 28 июндән 5 июлгә тиклем үҙәк белгестәренең халыҡтан килгән 11614 мөрәжәғәтте эшкәртеүе тураһында һөйләне. Ә 2020 йылдың 16 ноябренән алып (347) 218-19-19 “ҡыҙыу элемтә” телефонына 119 700 шылтыратыу булған. Уларҙың күбеһе тест һөҙөмтәләрен асыҡлауға, вакцинацияға яҙылыуға, өйҙә амбулатор дауаланыуҙы ойоштороуға бәйле.
Фото: glavarb.ru
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас