Оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Хәбиров чиновниктарҙың вакцинаны яһатып бармауы тураһындағы имеш-мимештәргә кәртә ҡуйҙы.
Уның әйтеүенсә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр коронавирустан прививка яһатыу мәсьәләһенә бик яуаплы ҡарай. Мәҫәлән, республика Башлығы Хакимиәтендә хеҙмәткәрҙәрҙең 86 проценты вакцина яһатҡан, ә Хөкүмәттә – 65 проценттан күберәге.
“Отпускка киткәндәр һәм прививка яһатыу тыйылған кешеләр генә ҡалды. Муниципаль хеҙмәткәрҙәргә бәйле хәл дә шулай уҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Журналистар: “Һеҙ кешеләрҙе прививка яһатырға “ҡыуалайһығыҙ”, ә үҙегеҙ вакцина һалдырмайһығыҙ”, тип дөрөҫ һорау бирә. Бының менән ҡырҡа килешмәйем. Беҙ прививканы беренсе булып яһаттыҡ, сөнки иңебеҙҙә яуаплылыҡ ҙур”.