Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, төбәктә 640 956 кеше коронавирустан вакцинаның тәүге компонентын яһатҡан. Әле республикала 184 вакцинация пункты эшләй, йәнә 15 пункт асыу күҙаллана.
“Кисә Башҡортостанға ковидтан 85 мең доза вакцина килде, бөгөн тағы ла 24 500, иртәгә иһә 85 мең доза “Спутник V” һәм КовиВак” препараттарын көтәбеҙ”, – тине министр.
Бөгөнгә Башҡортостанда коронавирус менән ауырыған 42 352 кеше теркәлгән. Сирлеләр һаны буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында 82-се урынды биләй. Әле стационарҙарҙа 454 пациент дауалана, шуларҙың 48-е – ауыр хәлдә. Амбулатор дауаланыуҙа – 1822 кеше.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, сирлеләр ҙә, ковид ҡорбандары ла арта, коронавирустан вафат булғандарҙың күбеһе – 60 йәштән өлкәндәр.
Максим Забелин шулай уҡ “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына ярашлы төпкөл ауылдарҙан 35 меңдән ашыу кешенең медицина тикшереүе үтеүе тураһында һөйләне. “Сәләмәтлек поездары” алты маршрут буйынса эшләй. Акцияға 25 машина, 158 табип йәлеп ителгән. Улар иҫәбендә “Әсә һәм бала” клиник госпитале, Башҡортостан дәүләт медицина университеты белгестәре бар.
Акция башланған көндән - 19 апрелдән алып улар 35 меңдән ашыу кешенең һаулығын тикшергән. Ошондай саралар барышында 205 кешелә яман шеш ауырыуы асыҡланған. Уларҙың барыһы ла өҫтәмә тикшереүгә ебәрелгән. Шулай уҡ 167 кешенең шәкәр диабеты менән ауырыуы билдәләнгән, 26-һында туберкулезға шик тыуған. 800-гә яҡын пациенттың ҡан баҫымы юғары булыуы асыҡланған.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостан Федераль медицина-биологик агентлығы менән төбәккә "Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк" акцияһы өсөн өҫтәмә "сәләмәтлек поездары алыу тураһында һөйләшеп килешкән.
Республика кардиология үҙәгенең кардиомодуле ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан үлем кимәле юғары булған райондарға сыға. Акция башланғандан алып белгестәр 1741 кешене тикшергән һәм 119-ын юғары технологиялы ярҙам күрһәтеүгә ебәргән.
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының күсмә поликлиникаһы ла үлем күрһәткесе юғары булған райондарға юл ала. Бында ауырыуҙарҙы акушер-гинеколог, ультратауыш тикшереүе белгесе, оториноларинголог, офтальмолог, невролог ҡабул итә. Табиптар 2975 кешене ҡабул иткән һәм 41-енә дауаханаға юллама биргән.
Быйыл “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһының үҙенсәлеге – ковидҡа ҡаршы вакцина яһау мөмкинлеге. “Сәләмәтлек поездары”нда табиптар 5135 кешегә прививка яһаған, шуларҙың яртыһынан күберәге – 60 йәштән өлкәндәр. Был йәһәттән “Берҙәм Рәсәй” партияһы ла ҙур ярҙам күрһәтә. Мәҫәлән, күсмә ФАП-тар өсөн ирекмәндәр вакцинаны тейешле шарттарҙа һаҡлау һәм ташыу мөмкинлеген биргән 35 автоһыуытҡыс тапшырған. “Сәләмәтлек поездары” эшенә муниципалитеттар ҙа булышлыҡ итә: күсмә комплектарҙы электр менән тәьмин итә, халыҡты ташыуҙы, табипҡа сират көткәндәргә эсәр һыу килтереүҙе ойоштора.
Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ковид менән сирләгән пациенттарҙы диспансерларшырыу тураһындағы күрһәтмәһен үтәүҙең мөһимлеген билдәләне. Максим Забелин әйтеүенсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был эште башлаған, белгестәр коронавирусты үткәргән 170 кешене тикшереп тә өлгөргән.