

Бөгөн Хөкүмәттә Премьер-министр урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов рәйеслегендә үткән кәңәшмәлә пассажирҙар ташыу тармағында такси хеҙмәтендә етешһеҙлектәргә юл ҡуймау мәсьәләләре ҡаралды.
Сарала транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Рәфит Йәғәфәров, ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Владимир Севастьянов, дәүләт автомобиль юлдары идаралығы вәкиле Сергей Мережко, Ташыуҙы ойоштороу үҙәге етәксеһе Рәфис Әхмәтдинов, республика буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Рәфит Йәғәфәров белдереүенсә, бөгөн Башҡортостанда еңел таксиға пассажирҙар ташыу эшмәкәрлеген алып барыу өсөн 5021 рөхсәт бирелгән. Шул иҫәптән 511-е “Лада Ларгус” машиналары өсөн. Пассажирҙар ташыуҙы башҡарған такси хеҙмәтенең төп етешһеҙлеге – хеҙмәттәрҙе сифатһыҙ башҡарыу, шул иҫәптән легаль булмағандар тарафынан да. Рәйеф Әбдрәхимов республиканың бөтә район һәм муниципалитеттарын үҙ эсенә алған рейд саралары ойошторорға ҡушты.
ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, быйыл йыл башынан алып кешеләрҙе ҡала-ара ташыуҙы ойошторған “Ларгус”тар ете юл-транспорт ваҡиғаһына тарыған. Уларҙа алты кешенең ғүмере өҙөлгән, ун кеше төрлө йәрәхәттәр алған.
Хәлде төҙәтеү маҡсатында төрлө рейд саралары үткәрелә, улар һөҙөмтәһендә былтыр легаль булмаған ташыусыларҙың 27 еңел таксиһы арестҡа алынған. Быйыл ошондай алты арест башҡарылған. Владимир Севастьянов белдереүенсә, яҡын арала шәхси ташыусылар өҫтөнән контроль артасаҡ.
Ташыусыларға талаптар дәүләт органдары яғынан да етдиләнә. Рәфис Әхмәтдинов белдереүенсә, рейс алдынан медицина тикшереүе үткәреү һәм линияға сығыр алдынан автомобилдең техник торошон контролдә тотоу ҡатыраҡ үтәсәк.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса даими эшләүсе төркөм булдырыу ҡарар ителде. Ул пассажир ташыуҙарын башҡарған такси хеҙмәте эшмәкәрлеген көйләү менән шөғөлләнәсәк. Тәү сиратта был баш ҡалаға ҡағыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=52055