Хәүефһеҙлек
8 Июль 2021, 14:30

Хәйбуллала рудник ишелгән

Әле билдәле булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бер кеше өйөм аҫтында ҡалған...

Хәйбуллала рудник ишелгәнХәйбуллала рудник ишелгән
Хәйбуллала рудник ишелгән

Бөгөн иртәнге 7.16 минутта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығына Хәйбулла районында төҙөлә башлаған “Юбилейный” руднигында тау тоҡомоноң ишелеүе тураһында хәбәр килә.

 

Ваҡиға урынына Сибай хәрбиләштерелгән тау-ҡотҡарыу взводы тиҙ арала юлға сыға. Әле билдәле булған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, бер кеше өйөм аҫтында ҡалған. Ул - руда тейәү техникаһы машинисы.

 

Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусылар ваҡиға урынында эшләй. Өйөмдө таҙартыуға дүрт берәмек техника һәм 20 кеше йәлеп ителгән.

 

фото: bashinform.ru

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас