

Туймазы районы дауаханаһына “Ашығыс ярҙам” менән ауыр хәлдәге ун йәшлек бала килтерелгән.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, ул электр тогынан һуғылып, ҡул суғын йәрәхәтләгән. Әле малай реанимацияла табиптар күҙәтеүендә.
Әйтеүҙәренсә, балалар тышта футбол уйнаған. Уйын ваҡытында туп трансформатор щитына барып бәрелә. Малай уны алырға теләп ынтылғанда токтан һуғыла. Ваҡиға урынына “Ашығыс ярҙам” саҡыралар.
Балаларға хәүеф тыуҙырған урындар, һаҡланыу ҡағиҙәләре хаҡында яҡшылап аңлатырға кәрәк. Йәйге осор йәмле булыуы менән бергә төрлө көтөлмәгән ваҡиғаларға ла юлыҡтырыуы ихтимал. Кескәйҙәрҙе бәлә-ҡазанан һаҡлайыҡ, иҫкәртәйек.
Ксения Калинина фотоһы.