Хәүефһеҙлек
9 Июль 2021, 15:30

Балалар хәүефһеҙлеге картаһы эшләй башлай

Яңауыл районындағы фажиғәнән һуң Милана Скоробогатова Башҡортостанда балалар хәүефһеҙлеге концепцияһын тәҡдим итте.

Балалар хәүефһеҙлеге картаһы эшләй башлайБалалар хәүефһеҙлеге картаһы эшләй башлай
Балалар хәүефһеҙлеге картаһы эшләй башлай

Бөгөн Башҡортостан өсөн яңы булған проектты Яңауыл районында Милана Скоробогатова тәҡдим итте.

Ҡаланың Йәштәр һарайында Башҡортостандан балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатова урындағы үҙидара органдары, район хакимиәте етәкселеге, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.

Сараның сәбәбе фажиғәле хәлгә бәйле: 1 июлдә райондың Ҡарман ауылында аяныслы хәл теркәлә. Йәшенмәк уйнап йөрөгән бала иҫке һыуытҡыста йәшеренә һәм тонсоғоп һәләк була.

Уйындан сыҡҡан уймаҡтан һуң Милана Скоробогатова Башҡортостанда балалар хәүефһеҙлеге концепцияһын тәҡдим итә, һәм был проект тәү сиратта Яңауыл районында һынау үтәсәк. “Хәүефһеҙлек картаһы” августа уҙасаҡ уҡытыусылар кәңәшмәһенә әҙер булырға тейеш. Был эшкә төрлө хеҙмәттәр һәм ведомстволар йәлеп ителәсәк. Тәү сиратта эшсе төркөм имен булмаған ғаиләләрҙең һәр береһендә булып, иҫкәртеү алып барырға тейеш буласаҡ. Унан һуң балалар өсөн хәүефле урындарҙың картаһын эшләйәсәктәр.

 

Фото "Янаульские зори" гәзитенән алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас