Хәүефһеҙлек
9 Июль 2021, 13:30

Өфөлә юл хәрәкәте сикләнә

Был саралар юл хәрәкәте һәм байрамда ҡатнашҡандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн мөһим.

Өфөлә юл хәрәкәте сикләнәӨфөлә юл хәрәкәте сикләнә
Өфөлә юл хәрәкәте сикләнә
Өфөлә юл хәрәкәте сикләнә
Өфөлә юл хәрәкәте сикләнә

Баш ҡалала VI Бөтә донъя фольклориада саралары менән бәйле, 10 июлдә ҡайһы бер урамдар буйынса юл участкалары ваҡытлыса ябыла һәм йәмәғәт транспорты хәрәкәте маршруттары үҙгәртелә.

 Асыҡлап әйткәндә, иртәгә иртәнге сәғәт 8-ҙән 24.00 сәғәткә тиклем

- Зәки Вәлиди урамы буйлап Аксаков урамынан Мәжит Ғафури урамына тиклемге участкала;

- Генерал-губернатор Перовский урамы буйлап Яр буйы урамынан Зәки Вәлиди урамына тиклемге участкала;

- Яр буйы урамы буйлап Сочи урамына тиклем.

 

Шулай уҡ 11 июлгә тиклем “Торатау” конгресс-холы ҡаршыһындағы туҡталҡа ябыла. Был саралар юл хәрәкәте һәм байрамда ҡатнашҡандарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн мөһим. Бынан тыш, өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн өҫтәмә автобустар йөрөйәсәк. 4 июлдән 10 июлгә тиклем көн һайын “Пушкин” сауҙа комплексы районында “Башавтотранс” предприятиеһының 40 автобусы һәм пассажирҙар ташыусы 110 шәхси автобус торасаҡ. Улар пассажирҙарҙы Дим, Инорс, Затон, Сипайлово, Йәшел сауҡалыҡ, Черниковка биҫтәләренә илтәсәк. Автобустар Мәжит Ғафури скверынан ҡуҙғаласаҡ.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.

 

 

 

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас