

Өмөтөбөҙ нығынғайны һымаҡ...
Әммә коронавирустың донъяны ялмай барғанын, сирләп вафат булғандар тураһындағы ҡурҡыныс мәғлүмәттәрҙе башта матбуғат сығанаҡтары аша ишетеп-күреп белһәк, күҙгә күренмәгән дошман күҙ йомғансы арабыҙға килеп керҙе һәм бер-бер артлы ҡорбандарын сүпләй башланы.Тотош донъя тиҙ йоғошло һәм шундай уҡ ҙур тиҙлек менән кеше организмын көсһөҙләндергән йә иһә ғүмерен өҙгән алама сир алдында албырғап ҡалды. Нимә менән дауаларға, ауырыуҙы нисек иҫкәртергә, сирләгәндән һуң ҡаҡшаған иммунитетты нисек ипкә килтерергә – тәүге осорҙа ошо юҫыҡтағы проблемалар бихисап булды. Тикшеренеүҙәр әле лә бара, фараздар, күҙаллауҙар ҙа һаман бихисап. Медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт: тәүгеләрҙән булып улар алғы сафҡа сыҡты һәм коронавирус һөжүменән ҡурҡмайынса, ҡаһармандарса кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға тотондо. Сикләүҙәр һәм яңы санитар ҡағиҙәләр индерелде, эш тәртибе үҙгәртелде, ҡыҫҡаһы, ҡәҙимге тормошобоҙҙоң аҫты-өҫкә әйләнде. Хәҙер килеп иһә, был ҡәһәрле сирҙе дауалау йәһәтенән байтаҡ тәжрибә тупланғас, ғалимдар ковидҡа ҡаршы вакцина уйлап тапҡас, элеккеләй иркен һәм ирекле тормошҡа ҡайтыуыбыҙға өмөтөбөҙ нығынды һымаҡ. Әммә ышаныс белдерергә иртәрәк әле: былтыр декабрҙә йылды йомғаҡлап үткәргән сираттағы брифингта республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин “2021 йылда сикләүҙәр дауам итәсәкме” тигән һорауға “барыһы ла ағымдағы эпидемиологик хәлдән торасаҡ, коронавирусҡа бәйле хәл хөртәйгән осраҡта, тағы ла сикләүҙәр булыуы ихтимал” тип яуап биргәйне. Ул хаҡлы булып сыҡты: әлеге ваҡытта сирҙең өсөнсө тулҡыны килгәнен күҙәтәбеҙ, коронавирусҡа ҡаршы көсөргәнеш һис кәмемәй. Әлбиттә, күбеһе халыҡтың яуаплылығынан тора: һаҡланыу сараларын ҡулланғанда, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгәндә, коронавирус күрһәткестәре тиҙерәк кәмей. Шулай ҙа донъяның медицина йәмәғәтселеге бер тауыштан шуны белдерә: халыҡҡа вакцина яһап, коллектив иммунитет барлыҡҡа килтергәндә генә, был пандемияны артҡа сигендереп буласаҡ.
“Әгәр вакцина булһа...”
Ошо урында бер әсендергес миҫал иҫкә төштө. Марат Мөҙәрис улы (исеме үҙгәртеп алынды) – тәжрибәле табип, оҙаҡ йылдар медицина тармағында көс түккән, белемле һәм кешелекле белгес булараҡ хөрмәт яулаған кеше. Ул ғүмер буйы республика райондарының береһендәге дауаханала хеҙмәт иткән, пенсияға сыҡҡас та, белгестәр етмәү сәбәпле, эшләүен дауам иткән. Абруйлы уҙамандың һөйөклө ҡатыны Зөлфинә ханым да ғүмерен медицина тармағына бағышлаған: шәфҡәт туташы булып эшләгән, хөрмәт ҡаҙанып хаҡлы ялға киткән. Тик һуңғы йылдарҙа һаулығы шәптән булмағас, ул өгөтләһәләр ҙә, эштә ҡалмаған. Ғөмүмән, был матур һәм татыу ғаиләне яҡташтары тик ыңғай яҡтан телгә ала: иртәле-кисле бергәләр, йорттағы мәшәҡәттәрҙе теүәлләһендәрме, баҡсала эшләһендәрме – гел бергә. Икәүләшеп урман-ҡырҙарға еләккә йөрөгәндәрен, хатта балыҡ ҡармаҡлағандарын да беләләр. Унан тағы бергәләп ҡайнатма әҙерләйҙәр, үҙҙәре тотҡан балыҡтан да ҡышҡылыҡҡа телде йоторлоҡ консервалар яһайҙар……Пандемия ишек ҡаҡҡанда Марат Мөҙәрис улы һаман дауаханала эшләп йөрөүен дауам итә ине әле. – Зөлфинәмдең һаулығы насар, үҙем дә йәш түгелмен – сир йоҡҡансы эштән китергә тура килер, – тип ниәттәре менән уртаҡлашҡан табип. – Ошондай ауыр осорҙа һеҙ, тәжрибәле белгес, беҙҙе ташлаһағыҙ, нимә булыр? Зинһар, сабыр итегеҙ, тағы бер аҙ эшләгеҙ инде, – тип өгөтләй уны хеҙмәттәштәре. Һөнәрен мөкиббән яратҡан, яуаплы, намыҫлы табип бындай ауыр осорҙа ғүмер буйы бергә эшләгән хеҙмәттәштәрен ҡалдырыуҙы урынлы тип тапмай һәм бар көсөн, белемен яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшеүгә бағышлай, “ҡыҙыл зона”ла даими эшләй. …Бер кис үҙен бик насар тойғас, ул ҡатынына өндәшә: “Был сир беҙгә лә килеп етте, шикелле…”. Һөнәри һиҙгерлеге алдамай: хәле тиҙ арала бик хөртәйгән Марат Мөҙәрис улын дауаханаға, яңыраҡ үҙе эшләп йөрөгән ковид-госпиталгә оҙаталар…Бер аҙна самаһы үткәс, дауаханаға Зөлфинә ханымды ла килтерәләр. Ковид-госпиталдәге тәртип буйынса, сирлеләр бер-береһе менән осраша алмай, тәүҙә телефон аша ғына хәбәрләшеп торалар. Тик… Марат Мөҙәрис улы сирҙең иң ауыр осорон кисереп, хәле тотороҡлана башлағанда, уға иң ҡурҡыныс хәбәрҙе еткерәләр: Зөлфинәһе ҡәһәрле сирҙе еңә алмаған, вафат булған……Ғүмер буйы ысын мәғәнәһендә, ҡулға-ҡул тотоноп бергә атлаған күркәм парҙың яҙмышы коронавирус арҡаһында бына шулай селпәрәмә килә. 45 йыл татыулыҡта, берҙәмлектә көн иткән, ҡатынын алиһә урынына күргән ир, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханала булып, һөйөклө ҡатынын һуңғы юлға ла оҙата алмай ҡала… Хәйер, был – бер генә миҫал: ошо пар ише хәлгә ҡалғандар арабыҙҙа аҙмы ни? “Әгәр ул саҡта вакцина булһа, беҙ һис икеләнеүһеҙ яһатҡан булыр инек. Иманым камил – бындай фажиғә лә ғаиләбеҙҙе урап үтер ине. Тик ул саҡта пандемияның ҡыҙған осоро ине, ә вакцина әле һынауҙар үтмәгәйне шул…” – ти бөгөн Марат Мөҙәрис улы. Әйтергә кәрәк, ул дауахананан сыҡҡандан һуң, бик оҙаҡ ковид эҙемтәләренән дауаланған, реабилитация үткән. Әлеге ваҡытта балаларына, ейәндәренә йыуанып, етемһерәп ҡалған донъяһын көтә.“Бер ҡайҙа сығып йөрөгөм, кешеләр менән аралашҡым килмәй. Коронавирус мине бик ныҡ үҙгәртте, тормошобоҙҙоң аҫтын-өҫкә әйләндерҙе. Шуға ла кешеләр был сиргә етди ҡараһын, хәүефһеҙлек сараларын күрһен ине. Вакцинациялауға ҡарата фекерҙәр төрлө, шикләнеп ҡараусылар, юҡ-бар уйҙырмаларға ышаныусылар ҙа бар. Әммә табип булараҡ, мин пандемияны еңеүҙең башҡа һөҙөмтәлерәк юлын күрмәйем”, – ти Марат Мөҙәрис улы.
“Апайымды ҡотҡарып булыр ине…”
Медицина тармағында эшләгән Дилә исемле ханымдың да коронавирусҡа бәйле үкенесле миҫалы бар. Ул пандемия башланғандың тәүге көнөнән алып баш ҡаланың иң ҙур учреждениеларының береһендә эшләгән, “ҡыҙыл зона”ла ла булырға тура килгән. “Был коронавирус тигән зәхмәткә медицина хеҙмәткәрҙәре икенсерәк күҙлектән бағалыр: яуаплы һөнәрҙе юҡҡа һайламағанбыҙ бит. Шуға баштан уҡ ҡурҡыу йәки шикләнеү булманы, меңдәрсә табиптар, шәфҡәт туташтары кешеләрҙең именлеге өсөн алғы һыҙыҡҡа баҫты. Инфекцияларға килгәндә, ошо йылдар эсендә уларҙың да төрлөһөн күрҙек, дауаланыҡ, ярҙам күрһәттек. Йәшерен-батырыны юҡ: үҙебеҙ ҙә сирләнек. Шуға ла беҙҙең дауаханала ковид-госпиталь ойошторасаҡтар тигәс, барлыҡ хеҙмәттәштәр ҙә был хәбәрҙе тыныс ҡабул итте.Коронавирустың бик ҡурҡыныс икәнлеген күреп-белеп торһам да, “был бәлә беҙҙе урап үтер” тигән ышаныс булдымы, әллә сир сығанағы уртаһында ҡайнағас, бер аҙ уяулыҡты юғалттыммы: апайым “бер аҙ сирләп торам” тип шылтыратҡас, ковидтыр тип башыма ла килмәне. Хәйер, килһә лә, ул үҙен яҡшы тоя ине: көн дә шылтыратышып, хәл белешеп торҙоҡ. “Бер аҙ тамағым ауыртып тора, хәлем юҡ. Ейәндәрҙе ҡарашам бит, үҙең аңлап тораһың, балалар ҙа арыталыр, бәлки”, – тине апайым, хәлен тасуирлап. Әммә ике көн дә үтмәне, уның балалары миңә борсолоп шылтырата: апайымдың хәле кинәт насарайған, температураһы күтәрелгән, “Ашығыс ярҙам” саҡыртҡандар, инфекция госпиталенә алып киткәндәр… Артабан хәлдәрҙең ағышы кинәт ҙур тиҙлек алды, апайым, үҙенсә хас сабырлыҡ менән “барыһы ла яҡшы булыр” тип ышандырырға тырышһа ла, дауалауға ҡарамаҫтан, хәле насарайғандан-насарая барҙы. Аҙна аҙағына фажиғәле хәбәр еткерҙеләр: йүгереп кенә йөрөгән апаҡайымдың ғүмере шулай бер нисә көн эсендә һүнде лә ҡуйҙы… Сынъяһау донъяһы, яратҡан балалары, тиҫтәләрсә матур хыялдары етемһерәп торҙо ла ҡалды… Ә үкенестәрем бар. “Бер аҙ сирләп торам” тип тәүге зарланған көнөндә үк үҙем эшләгән дауаханаға килтереп тикшерткән булһамсы, тиҙерәк дауалана башла, тип нығыраҡ талап итһәмсе, башта уҡ “Ашығыс ярҙам” саҡырт” тип әйтһәмсе һәм башҡалар… Әммә яҙмыштан уҙмыш юҡ шул. Быйыл иһә кешеләрҙең үлемесле сирҙән ҡотолоу мөмкинлеге барлыҡҡа килде, ул да булһа – коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу. Йәл, былтыр пандемия ҡоторған ваҡытта вакцина юҡ ине. Апайым вакцина яһатһа, бәлки, бындай хәлгә тарымаған да булыр инек”, – тип бәйән итте Дилә ханым.
Иң ябай, хәүефһеҙ ысул
Вакцинациялау — коронавирустан аралаған иң ябай, хәүефһеҙ һәм һөҙөмтәле ысул. Ул организмдың тәбиғи һаҡлау көстәренә этәргес бирә, инфекциялы сиргә ҡаршы иммун системаһының ҡеүәтен арттыра.Әгәр ҙә үҙегеҙҙә хәлһеҙлек, киҫкен респиратор инфекция билдәләрен тойһағыҙ, медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Балалар сирләгән осраҡта уны йәмәғәт урындарына ебәрмәгеҙ – дауаланһын, өйҙә булһын. Эшләп йөрөгәндәргә лә коллективты зарарламаҫ өсөн унда бармау фарыз – коронавирус тиҙ йоға. Табиптар иҫкәртә: коронавирусты үҙ белдегең менән дауаларға ярамай, дауаланыу схемаһын квалификациялы белгес кенә билдәләй ала! Ғөмүмән, вируслы инфекцияларҙы иҫкәртеүҙә иң тәьҫирле сара – вакцина яһатыу.Был ғәмәл сир йоғоу, ул йоҡҡан осраҡта унан өҙлөгөү хәүефен бер нисә тапҡырға кәметергә һәләтле. Бөгөн билдәле булған коронавирусҡа ҡаршы прививкаларға килгәндә, белгестәр улар тулыһынса тикшерелгән һәм организм өсөн хәүефһеҙ, әммә бик тәьҫирле, тип белдерә. Медицина учреждениеларында тәҡдим ителгән барлыҡ вакциналар Рәсәйҙә теркәлгән һәм ҡулланыуға рөхсәт ителгән.Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: коронавирус – үтә хәүефле вирус! Ул тиҙ көсәйә, һаулыҡ һәм ғүмер өсөн хәүефле булған ҡатмарлы пневмонияға алып килеүе ихтимал. Нисек кенә булмаһын, ауырыу билдәләрен тойоу менән табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Ковид аяуһыҙ – уны ваҡытында һәм дөрөҫ дауаламау һаулыҡҡа ифрат ҙур зыян килтереүе, хатта үлемесле осраҡҡа еткереүе ихтимал.Дөйөм алғанда, сир кинәт кенә аяҡтан йыҡмаһын өсөн, сәләмәт тормош рәүеше алып барығыҙ, яҡшы туҡланығыҙ, иң мөһиме, прививка яһатырға онотмағыҙ!
- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА.