Хәүефһеҙлек
9 Июль 2021, 07:30

Машинистың кәүҙәһе табылған

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Хәйбулла районында төҙөлә башлаған “Юбилей” ятҡылығында тау тоҡомо ишелгәйне...

Машинистың кәүҙәһе табылғанМашинистың кәүҙәһе табылған
Машинистың кәүҙәһе табылған

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Хәйбулла районында төҙөлә башлаған “Юбилей” ятҡылығында тау тоҡомо ишелгән. Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүгә дүрт техника һәм 20 кеше йәлеп ителгән.

 

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, ҡотҡарыусылар бер тәүлектән һуң машинистың кәүҙәһен үҙе эшләгән йөк ташыу-бушатыу машинаһы кабинаһынан сығарған. Уға 53 йәш.

 

Ваҡиға урынында тикшереү эштәре бара, осраҡ сәбәптәре өйрәнелә. Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта Хәйбулла районында сәнәғәт предприятиеларында бәхетһеҙ осраҡ күренеше арта бара.

 

Фото: ria.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас