Хәүефһеҙлек
9 Июль 2021, 15:00

Ҡырҡыу төтөн еҫенә зарланалар

Көнсығыш төбәктә йәшәгәндәрҙән ошондай мөрәжәғәттәр күбәйгән. Төтөн еҫе булған осраҡтарҙа ниндәй саралар күреү мөһим?

Ҡырҡыу төтөн еҫенә зарланаларҠырҡыу төтөн еҫенә зарланалар
Ҡырҡыу төтөн еҫенә зарланалар

8 июлдән алып бөгөнгә тиклем Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына республиканың көнсығыш төбәгендә йәшәгәндәрҙән ҡырҡыу төтөн еҫенә зарланған мөрәжәғәттәр күбәйгән.

Хәбәрҙәр айырыуса Белорет ҡалаһынан, Тирлән, Сермән, Сосновка ауылдарынан, Сибайҙан, шулай уҡ Әбйәлил, Баймаҡ райондарынан килгән. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, ҡырҡыу төтөн еҫе күрше Силәбе өлкәһендәге урман янғындарынан булыуы ихтимал. Халыҡ мөрәжәғәт иткән урындарға күсмә лабораториялар ебәрелгән, улар һауаға таралған зарарлы матдәләрҙең күләмен асыҡлаясаҡ. Алынған мәғләүмәттәр тейешле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға ебәреләсәк.

Башҡортостан гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәрендә, республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында бөгөн көслө ел булыуы, уның урыны менән секундына 25 метрға етеүе көтөлә. Шулай уҡ ҡайһы бер райондарҙа янғын сығыу ихтималлығы һаҡлана. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 5 - 25 июлдә урмандарға барыу, бындай биләмәләргә автомобилдәрҙә инеү тыйыла. Был республиканың туғыҙ муниципалитетына ҡағыла.

Әгәр ҙә янғын йәки төтөн еҫен тойһағыҙ, фатир йә өйөгөҙҙөң тәҙрәләрен ябыҡ килеш тотоғоҙ, эстәге әйберҙәрҙе, атап әйткәндә, мебелдәрҙе дымлы сепрәк менән һөртөп алығыҙ, иҙәнде йыш йыуып тороғоҙ - һауа дымлы булырға тейеш. Танауығыҙҙы һәм тамағығыҙҙы даими рәүештә сайҡатып тороғоҙ, табиптар был осраҡта күҙгә линза кейеүҙән тыйылып торорға ҡуша. Шулай уҡ физик көсөргәнеште кәметегеҙ. Кем бронхит астмаһы, хроник тын алыу сирҙәренән яфалана, уларға мотлаҡ үҙҙәре менән ингалятор алып йөрөргә кәңәш ителә. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ!

Фото: 74.ru

Автор:Карима Усманова
Читайте нас