Хәүефһеҙлек
10 Июль 2021, 12:00

Байыштар Фәрит Ғүмәровҡа рәхмәтле!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ведомство етәксеһе булараҡ, ауылдаштарымдың именлеге тураһында хәстәрлек күрергә ҡарар иттем. 

Байыштар Фәрит Ғүмәровҡа рәхмәтле!Байыштар Фәрит Ғүмәровҡа рәхмәтле!
Байыштар Фәрит Ғүмәровҡа рәхмәтле!

Бөгөн Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров үҙе тыуып үҫкән Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында булды. Улай ғына ла түгел, Фәрит Риф улы бүләктәр ҙә алып килгән. “Атайсал” проектына ярашлы, ул ауылдаштарына 100 янғын иҫкәрткес һәм 10 янғын һүндергес бүләк итте.

– Һәр кемдең йөрәгендә ҡәҙерле ҡиммәттәргә урын бар, – тип һөйләй Фәрит Ғүмәров. – Бәләкәй ватанымдың үҫешенә ниндәй ҙә булһа өлөш индереү - минең өсөн бик мөһим.  Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса ведомство етәксеһе булараҡ, ауылдаштарымдың именлеге тураһында хәстәрлек күрергә ҡарар иттем. Тап ошондай янғын иҫкәрткестәр арҡаһында беҙ быйылғы йылдың тәүге яртыһында ғына республикала 100-ҙән ашыу кешенең, шул иҫәптән 32 баланың ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалдыҡ. 

Әлегәсә “Атайсал” проекты порталына 700 ғариза килгән. Тыуған төйәгенә ярҙам итергә теләүселәр араһында республкабыҙҙа ғына түгел, ә унан ситтә  ғүмер итеүселәр ҙә бар. Ошо проект нигеҙендә ауылдар тәртипкә килтерелә, зыяраттар кәртәләнә, юлдар төҙөкләндерелә.

 

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас