

Кисә Салауат районы Лаҡлы ауылында фажиғәле хәл теркәлгән. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, кисә 38 йәшлек ҡатын урманда йөрөгәндә көслө ел һөҙөмтәһендә уның өҫтөнә ағас ҡолаған. Ваҡиға урынына оператив рәүештә килеп еткән Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары, ағасты бысып, аҫтынан ҡатындың үле кәүҙәһен сығарған.
Дәүләт комитеты халыҡты ҡолап барған ағастар янында һаҡ булырға саҡыра. Ул өйҙәрҙе, башҡа төҙөлөш биналарын емереүгә лә һәләтле, шулай уҡ электр сымдарына, автомобилдәргә зыян килтереүе ихтимал. Урманда йөрөгәндә бигерәк тә ҡартайған, серегән ағастар эргәһенән һаҡ үтергә кәңәш ителә. Шулай уҡ көслө ел ваҡытында урманға барыуҙан тыйылып торорға кәрәк.
Фото: "Башинформ".