Хәүефһеҙлек
11 Июля 2021, 16:00

Бөрйәндә ир кеше һыуға батҡан

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә...

Бөрйәндә ир кеше һыуға батҡанБөрйәндә ир кеше һыуға батҡан
Бөрйәндә ир кеше һыуға батҡан

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыуға батып үлгәндәр һаны көндән-көн арта бара.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Бөрйән районында Ағиҙел йылғаһынан йәнә бер кешенең кәүҙәһе сығарылған. 62 йәшлек ир Кейекбай ауылы янында рөхсәт ителмәгән урында һыу ингән булған. Әле ваҡиға буйынса тикшереү бара.

Йыл башынан республиканың һыу объекттарында 95 бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән, шуларҙың 13-ө - балалар ҡатнашлығында.

Ошо сәбәпле күптән түгел республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров халыҡҡа мөрәжәғәт итте: “Таныш булмаған һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа һыу инеүҙән тыйылырға саҡырам. Унда һыу аҫты ағымдары, упҡындар, батҡан ағастар, тәрән урындар һәм һалҡын шишмәләр булырға мөмкин. Эскән килеш йәки яңғыҙ һыу инмәгеҙ, ярҙан алыҫҡа китмәгеҙ, йылғаны йәки һыу ятҡылығын йөҙөп сығырға тырышмағыҙ, үҙ көсөгөҙҙө, мөмкинлектәрегеҙҙе артыҡ баһаламағыҙ. Балаларҙы яңғыҙҙарын һыу объекттарына ебәрмәгеҙ. Һәм йылға-күл буйында ял иткәндә бәләкәстәрҙе ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Талаптарҙы үтәмәгәндәрҙең ата-әсәләренең, туғандарының күҙ йәштәре менән яҙылған һыуҙағы хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Тик бергә генә һыуҙағы фажиғәләрҙән һаҡланасаҡбыҙ”.

Фото: instore.market

Автор:Карима Усманова
Читайте нас