

Кисә Һамар - Өфө - Силәбе юлының 1521-се километрында, Иглин районында, үлемесле авария теркәлгән.
Мәғлүмәттәр буйынса, "Toyota Chacеr" һәм ҡаршы килгән "Mercedes" фураһы бәрелешкән. Һуңғыһы ҡаршы һыҙаттан елгән "Skoda Оctavia" һәм "Лада Гранта" автомобилдәре өҫтөнә ауған.
Юл һәләкәтендә "Toyota"ның пассажиры алынған йәрәхәттәренән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дауаханала йән биргән, ә водителе - дауаханала. "Skoda"ның өс пассажиры ла медицина ярҙамына мохтаж.
Һәләкәт булған урында полиция һәм башҡа хеҙмәттәр эшләй, авария сәбәптәре асыҡлана.
Юлдарҙа иғтибарлы булайыҡ!
Фото: ЮХХДИ.