Хәүефһеҙлек
12 Июль 2021, 16:30

31 кеше батып үлгән

Шулар араһында - ун бала...

31 кеше батып үлгән31 кеше батып үлгән
31 кеше батып үлгән

Республиканың йылға-күлдәрендә йыл башынан алып 31 кеше батҡан, шул иҫәптән - 10 бала. 98-ен ҡотҡарып алып ҡалғандар.

Ошондай ҡурҡыныс һандарҙы еткерә Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

"Һыуҙарҙа кешеләрҙең һәләк булыуын, йәрәхәтләнеүен кәметеү өсөн 9-ынан 11 июлгә тиклем ете ҙур һыу ятҡылығында ведомство-ара иҫкәртеү төркөмдәре тарафынан патруль ойошторолдо", тип хәбәр итәләр ведомствонан.

Рейд мәлендә 30 административ протокол төҙөлгән. Тәртип боҙоуҙар күпселек тыйылған урындарҙа һыу инеүгә, билдәләнгән урындан үтеп йөҙөп китеүгә, һыу транспортында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәүгә һ.б. ҡағылған.

Фото: anypics.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас