

Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итеүенсә, республикала былтыр иҫерткес эсемлектәрҙән ағыуланғандар һаны элекке йылға ҡарағанда 30 процентҡа кәмегән.
"Төбәктә былтыр 73 кеше алкоголле эсемлектәр ҡулланыу һөҙөмтәһендә яҡты донъя менән хушлашһа, 2019 йылда - 104, ә 2018 йылда 211 кеше баҡыйлыҡҡа күскән", - тине ведомсво етәксеһе.
Әле Башҡортостанда һыра менән һатыу иткән 5,5 мең самаһы лицензиялы объект һәм дүрт меңгә яҡын субъект иҫәпләнә. Алкоголле эсемлектәрҙе легалләштереү бурысы Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы иңенә лә һалынған.
"Алкоголь продукциялары әйләнешен контролдә тотоуҙы көсәйтеү беҙгә бизнесты легалләштереүгә, республика халҡын ғүмеренә, сәләмәтлегенә хәүеф менән янаған сифатһыҙ продукциянан һаҡларға булышлыҡ итә", - тип билдәләне Алексей Гусев.
Бынан тыш, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы, Ҡулланыусылар хоҡуғын һәм кеше именлеген яҡлау өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостандағы идаралығы, Алкоголь баҙарын көйләү буйынса федераль хеҙмәт һәм йәмәғәт ойошмалары менән ведомство-ара бәйләнеш тә яйға һалынды.
Алкоголле һәм спирт миҡдары булған продукцияларҙы ваҡлап һатыу өлкәһен дәүләттең контролгә алыуы һөҙөмтәһендә 2020 йылда Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан 275 административ эш асылған, яҡынса дүрт мең литр спиртлы продукция законһыҙ әйләнештән алынған.
Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, 2020 йылда республикала 10 298 кеше эскән килеш енәйәт ҡылған (алдағы аналогик осор менән сағыштырғанда был 5,2 процентҡа кәмерәк). 2021 йылдың дүрт айында эскән килеш ҡылынған 3 482 енәйәт теркәлгән (беҙҙә - 7,9, ә Рәсәйҙә 5,5 процентҡа кәм). Аҙ алкоголле эсемлектәргә килгәндә, былтыр һыра ҡайнатыу компаниялары республика бюджетына 7,2 миллиард һум индергән, ағымдағы йылда динамика тағы ла юғарыраҡ.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/upload/iblock/2cf/2cfb6b8cfd0ad6da7c250806c754d952.jpg