

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы Дүртөйлө районы Минеште ауылындағы бер йортто йәшен атып, янғын сығыуы тураһында хәбәр иткәйне. Әле бәләгә тарыған ғаиләгә документтар әҙерләүҙә һәм аҡса йыйыуҙа ярҙам күрһәтелгән.
Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, йортта биш балаһы менән әсә генә булған. Асыҡланыуынса, бәләгә тарығандар янғын һүндереү автомобиле водителенең ғаиләһе булып сыҡҡан. Ҡотҡарыусылар барып еткәндә, йорт та, ҡаралтылар ҙа ут эсендә ҡалған була. Бәхеткә ҡаршы, йәшен көслө йәшнәгәнлектән, ғаиләлә бер кем дә йоҡоға китә алмаған. Шуға күрә йәшен атыу һәм янғын башланыу менән бөтәһе лә урамға сығып өлгөрә алған. Ғаилә башлығының хеҙмәттәштәре янған йортто һүтергә, сүп-сарҙы сығарырға, аҡса, әйберҙәр йыйырға ярҙам иткән. Район хакимиәте төҙөлөш материалдары менән ярҙам итергә уйлай.
Фото: Горобзор.ру