Хәүефһеҙлек
12 Июль 2021, 04:30

Йорт хужаһын кем ҡотҡарған?

Әгәр ҙә уны 2019 йылда ҡуймаған булһалар, ваҡиғаның фажиғә менән тамамланыуы ихтимал ине...

Йорт хужаһын кем ҡотҡарған?Йорт хужаһын кем ҡотҡарған?
Йорт хужаһын кем ҡотҡарған?

Үрге Тәтешле ауылының Сиҙәм урамында кис ағас йорт янып китә. Янғын сығыуы тураһында хәбәр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы Баш идаралығына 21.31 сәғәттә алына.

Ваҡиға урынына янғын һүндереү командалары ашығыс рәүештә килеп етә.

Ут һөҙөмтәһендә 48 квадрат метр майҙанлыҡ ағас йорт ҙур зыян күрә. Асыҡланыуынса, йоҡлап ятҡан йорт хужаһын ут сығыуын иҫкәртеүсе әсе тауышлы прибор  уятҡан. Әгәр ҙә уны 2019 йылда йортҡа ҡуймаған булһалар, ваҡиғаның фажиғә менән тамамланыуы бик тә ихтимал ине. Приборҙы күп балалы ғаилә булараҡ льготалы программа буйынса урынлаштырғандар.

Утта һәләк булғандар юҡ, тик тораҡ ныҡ зыян күргән, янғын сәбәптәре асыҡлана, тинеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

 

 

Йорт хужаһын кем ҡотҡарған?
Йорт хужаһын кем ҡотҡарған?
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас