Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Июль , 14:00

20 авгусҡа тиклем 100 камера ҡуйыла

Әле республикала юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәгән 1015 комплекс эшләй.

20 авгусҡа тиклем 100 камера ҡуйыла

“Башҡортостан Республикаһында юл хужалығын үҫтереүҙең дөйөм системалы саралары” төбәк проектына ярашлы, былтыр 471 фотовидеотеркәү комплексы ғәмәлгә индерелде. Әле республикала юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын теркәгән 1015 комплекс эшләй, шуларҙың 946-һы – стационар, 63-ө – күсмә һәм алтыһы – мобиль берәмек.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл башынан алып Башҡортостан биләмәһе аша үткән федераль әһәмиәттәге юлдарҙа фажиғәләр һанының артыуы күҙәтелә. Ошоға бәйле төбәк Башлығы Радий Хәбиров дөйөм файҙаланыуҙағы федераль юлдарҙа өҫтәмә рәүештә 100 фотовидеотеркәү ҡулайламаһы ҡуйырға ҡушҡайны.

– Федераль трассаларҙа тиҙлек тәртибен үтәүгә контролде көсәйтеү - ҡорбандар һанын кәметеү йәһәтенән һөҙөмтәле сара. Быға юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү камералары һанын арттырыу ярҙамында өлгәшергә мөмкин, – тине Башҡортостандың Транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев.

Күптән түгел Транспорт дирекцияһы менән “Башинформсвязь” йәмғиәте араһында 100 теркәү комплексын урынлаштырыуға өҫтәмә килешеү төҙөлгәйне. Әле 240 Өфө – Ырымбур һәм М-5 “Урал” юлдарында 15 комплекс ҡуйылды. Бөтә 100 фотовидеотеркәү ҡулайламаһын 20 авгусҡа тиклем ғәмәлгә индереү күҙаллана.

Бынан тыш, былтыр М-5 трассаһының Өфө эргәһендәге участкаһында 12 километрлыҡ тимер-бетон ҡойма төҙөй башлағайнылар. Уның фаайҙаланыу срогы 50 йылға етә. Ошо уҡ юлда Опто һәм Авдон ауылдары янында йыл аҙағына тиклем йәйәүлеләр өсөн ер өҫтө үткәүеле һалына. Федераль автомобиль юлдарының хәүефле урындарына фажиғәләр тураһында мәғлүмәт яҙылған 38 билдә ҡуйыла.

 

Фото: vk.com.

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова