Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
15 Июль , 19:30

"Өфө"лә ниҙәр өйрәтелә?

Өфө ҡалаһының “Ҡашҡаҙан” ял паркында балалар өсөн юл йөрөү ҡағиҙәләренә бәйле иҫкәртеү сараһы үтте.

"Өфө"лә ниҙәр өйрәтелә?

Йәйге каникул осоронда балалар ҡала урамдарында күпләп йөрөй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тап улар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғалары теркәлә лә инде.

Хәүефте мөмкин тиклем кәметеү, булдырмау маҡсатында Өфө ҡалаһының “Ҡашҡаҙан” ял паркында балалар өсөн юл йөрөү ҡағиҙәләренә бәйле иҫкәртеү сараһы үтте. Акцияны Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы ойошторҙо.

"Ҡашҡаҙан паркындағы автоҡаласыҡ ҡалаларҙан әллә ни айырылмай ҙа тиерлек, шуға күрә лә юл ҡағиҙәләренә өйрәткәндә нәҡ ошо урынды һайланыҡ, – тине Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы капитаны Линар Зиннуров. – Балаларҙың автоҡаласығында үткәргән тәрбиәүи сараның юлдарҙағы хәүефте ярайһы кәметеренә өмөт ҙур".

Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы белгестәре билдәләүенсә, автомобиль юлы аша сыҡҡанда "зебра"нан ғына үтеү, светофорҙың йәшел төҫө янғанын көтөү мөһимлеге һәм башҡа шундай аңлатма эштәрен алып барыу һәр йәһәттән дә файҙалы.

Автоҡаласыҡ башҡортса яҙылған “Өфө” һүҙенә оҡшатып эшләнгән. “Ҡашҡаҙан” паркындағы юлдар, юл билдәләре, бәләкәй АЗС һәм маркет төҙөлгән. Бында барыһы ла ҡалалағы кеүек – бөтәһе лә юл хәрәкәте ҡағиҙәһенә буйһона, йәйәүлеләр өсөн "зебра" бар, автомобилдәр тиҙлекте арттырмай.

12 йәшлек Марсель Сабитов дуҫы Алик Күсемов менән килгән. Малайҙарҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар өлгөрәйем тип бер ҡасан да светофорҙың ҡыҙыл төҫө янғанда йүгермәй, хатта ашыҡҡанда ла. Юл аша сыҡҡан саҡта ян-яғына ҡарап, шунан ғына алға атлайҙар.

 

Фото: utv.ru

Автор:Илдар Акьюлов