

Бөгөн, 15 июлдә, Стәрлетамаҡ районында ике автомобилдең юл һәләкәтенә тарыуы сәбәпле кеше ғүмерҙәре ҡыйылған.
Иртәнсәк Өфө - Ырымбур юлының 146-сы километрында "Лада Калина" менән "KIA Rio" автомобилдәре бәрелешкән.
Һөҙөмтә ҡыҙғаныс: "Лада"-ның водителе һәм уның пассажиры урында уҡ йән биргән. Авария урынында полиция һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй, һәләкәткә килтергән сәбәптәр асыҡлана.
Водителдәр! Үҙегеҙҙең һәм янығыҙҙағы кешеләрҙең ғүмерҙәре өсөн яуаплылыҡ һеҙҙең ҡулда икәнен бер мәлгә лә онотмаһағыҙ ине! Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Фото: bashinform.ru