+21 °С
Болотло


Күптән түгел Хәйбулла районында төҙөлә башлаған "Юбилей" ятҡылығында 53 йәшлек машинистың һәләк булғаны хаҡында хәбәр иткәйнек. Йәнә ошонда уҡ икенсе фажиғә теркәлгән.
"Башҡорт баҡыры" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләгән 22 йәшлек водителдең ғүмере өҙөлгән. Асыҡланыуынса, "КамАЗ" рулендәге егет карьер буйлап аҫҡа төшкәндә автомобилдән сыға. Ниндәйҙер бер мәлдә йөк машинаһы ҡуҙғалып китеп, егетте тапата. Күҙаллауҙар буйынса, техниканың тормозы тотмаған йәки башҡа урыны төҙөк булмаған.