Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Июль , 21:45

Процедураны һиҙелерлек ябайлаштырасаҡ

Йыш ҡына камералар эшендә көйһөҙлөктәр теркәлә. Һөҙөмтәлә ҡағиҙә боҙмаған граждандарға үҙҙәренә ҡарата ҡарарҙарға ялыу бирергә тура килә.

Процедураны һиҙелерлек ябайлаштырасаҡ

1 сентябрҙән юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн нигеҙһеҙ штрафтарға дистанцияла ялыу яҙып буласаҡ.

Республикала өҫтәмә рәүештә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы автоматик фотофиксациялауҙың 100 берәмек комплексын ҡуясаҡтар. Уларҙы 2021 йылдың 20 авгусына файҙаланыуға тапшырыу тамамланыр тип көтөлә.

"Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы һәм аварияларҙы кәметеүҙә тәьҫир итә торған инструмент ул. Ҡайһы бер фотофиксациялау комплекстары зоналарында автоһәләкәттәр 75 процентҡа кәмене. Һуңғы ике йылда республикала юл-транспорт ваҡиғалары сығанаҡтары ике тапҡырға аҙайҙы. Әммә үлем күрһәткестәре хәүефле булып ҡала. Был йәһәттән, һис һүҙһеҙ, камераларҙы күбәйтеү мөһим", - тине республика Транспорт һәм юл хужалығы министрлығының Йәмәғәтселек советы рәйесе, Өфө дәүләт авиация техник университеты доценты Рөстәм Баязитов.

Тик йыш ҡына камералар эшендә көйһөҙлөктәр теркәлә. Һөҙөмтәлә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙмаған граждандарға үҙҙәренә ҡарата ҡарарҙарға ялыу бирергә тура килә. Шул уҡ ваҡытта ғәйепһеҙлектәрен раҫлауы ауыр. Ә видео һәм фотокамералар теркәгән ҡағиҙә боҙоу осраҡтарына ялыу биреүе еңел буласаҡ. Был осраҡта 2020 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителгән закон булышлыҡ итәсәк. Һүҙ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн нигеҙһеҙ штрафтарға дистанцияла ялыу биреп булыу мөмкинлеге хаҡында бара.

Документ авторҙарының береһе, Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм закондар сығарыу комитеты рәйесе урынбаҫары Рафаэль Мәрҙәншиндың белдереүенсә, "закон юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы фотофиксациялау ярҙамында асыҡланған штрафтарға ялыу биреүҙе һиҙелерлек ябайлаштыра, шулай уҡ үҙ ялыуына яуап алыу ваҡытын".

 

Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.

Автор:Айһылыу Низамова