

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә Шаран районында аяныслы хәл теркәлгән: "Беларусь" тракторына идара иткән 53 йәшлек ир һәләк булған.
Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, тракторсы юлдан ситкә сыға ла түңкәрелә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, "Ашығыс ярҙам" килеп еткәнсе йән бирә. Осраҡ буйынса тикшереү эштәре башланған.
Ауыл ерендә эштең иң ҡыҙған мәле: бесән, мал аҙығы әҙерләнә. Техника менән идара иткәндә хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәү, уның төҙөк булыуын тикшереп кенә юлға сығыу мөһим. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: "Башинформ".