Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
16 Июль , 13:00

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыға

Иғтибар: ял һәм байрам көндәре алдынан водителдәрҙе тикшереү буйынса республикала күләмле рейд үткәрелә.

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рейдҡа сыға

ЮХХДИ идаралығы ял һәм байрам көндәре алдынан водителдәрҙе тикшереү буйынса күләмле рейд үткәреләсәге тураһында хәбәр итә.

Билдәле булыуынса, республикала бындай саралар даими уҙғарылып тора. Маҡсаты - юл-транспорт ҡағиҙәләрен иҫкәртеү. Айырым иғтибар эскән килеш рулгә ултырған водителдәргә, ҡағиҙәләрҙе йыш боҙғандарға йүнәлтеләсәк. Рейдҡа Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының башҡа хеҙмәткәрҙәрен дә йәлеп итеү ҡаралған.

Эскән килеш рулгә ултырғандар үҙҙәренең генә түгел, ә башҡа граждандарҙың да ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Бигерәк тә ял һәм байрам көндәрендә ундай водителдәр һаны арта. Күптән түгел уҙған матбуғат конференцияһында ошо мәсьәлә киң тикшерелгәйне. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, унда журналистарҙың һорауҙарына республиканың ЮХХДИ идаралығы начальнигы вазифаһын башҡарыусы Владимир Севастьянов һәм Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығындағы Тәүтикшереүҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Сергей Сысолятин яуап бирҙе. Уларҙың билдәләүенсә, ял һәм байрам көндәрендә юл-транспорт ваҡиғалары айырыуса арта. Был осраҡтарҙың күбеһенә водителдәрҙең эсеүе сәбәпсе. Әммә шул уҡ ваҡытта, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алкоголле эсемлек ҡулланып рулгә ултырғандарҙы асыҡлауҙа республика халҡы хоҡуҡ һаҡсыларына ярҙам итеп бармай.

Конференцияла сығыш яһаусылар ошо йәһәттән булышлыҡ ҡылыуҙы һораны.

"Эскән водителдәр тураһында ваҡытында мәғлүмәт алынһа, тиҙ арала сара күрелер, һөҙөмтәлә кешеләрҙе юлдарҙағы фажиғәләрҙән аралап алып ҡалыныр, ғүмерҙәр һаҡланыр ине", - тине Владимир Севастьянов. Шикле тойолған водителде күргәндә, 112 телефоны буйынса шылтыратыу һоралды.

Ошо матбуғат конференцияһында Сергей Сысолятин республика юлдарына бәйле күңелһеҙ мәғлүмәттәр килтерҙе. Мәҫәлән, йыл башынан иҫәпләгәндә, иҫерек водителдәр ҡатнашлығында 107 авария булып, уларҙа 13 кеше һәләк булған. Дөйөм алғанда, алты айҙа республика юлдарында 179 кешенең ғүмере өҙөлгән. Уларҙың 17-һе - балалар.

Билдәле булыуынса, водитель икенсе тапҡыр эсеп тотола икән, уға ҡатыраҡ яза биреү тураһында закон үҙ көсөнә инде.

Тимәк, ял һәм байрам көндәрендә рейдтар үткәреү үтә мөһим. ЮХХДИ идаралығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, республика халҡының күпселеге был сараларға ыңғай ҡарашта. Улар рейдтың юлдарҙағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙәге әһәмиәтен аңлай һәм баһалай.

Ялдарығыҙ имен үтһен!

Фото: "Башинформ".

Автор:Лилия Нуретдинова