Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Июль , 14:00

Баланың ҡулдарын һаҡлап ҡала алманылар...

Туймазы районының Балтай ауылындағы фажиғә тураһында яҙғайныҡ. Ток һуғып, реанимацияға эләккән ун йәшлек Илназдың әсәһе хәбәр итеүенсә...

Баланың ҡулдарын һаҡлап ҡала алманылар...

Туймазы районының Балтай ауылындағы фажиғә тураһында яҙғайныҡ.

Ун йәшлек Илназ тиҫтерҙәре менән футбол уйнап йөрөгән мәлдә трансформаторға барып тейә, ә ул көсөргәнеш аҫтында була. Токтан һуғылған бала ҡапыл ғына ҡулдарын ебәрә алмай, бешеп өлгөрә. Әлеге мәлдә ул Өфөләге тән бешеү үҙәгендә реанимацияла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар Илназдың ҡулдарын һаҡлап ҡала алмаған.

Малайҙың әсәһе Зөлфиә Дәүләтова белдереүенсә, балаға өс операция эшләгәндәр. Әлегә ауылда уларға ярҙам өсөн аҡса йыя башлағандар. Ғаиләлә ете бала тәрбиәләнә, шуларҙың икәүһе балалар йортонан алынған. Аталары - уҡытыусы, әсәләре - йорт хужабикәһе.

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты малайҙы ток һуҡҡандан һуң тикшереү эше башлаған. Ауылды электр уты менән тәьмин иткән ойошманың хеҙмәткәрҙәренән һорау алалар. 7 июль фажиғә булған урынды хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре менән бергәләп барып ҡарағандар, ваҡиға шаһиттары менән осрашҡандар.

Ғаиләгә ярҙам итергә теләһәгеҙ, малайҙың әсәһенә аҡса күсерергә була. Банк картаһы 8-937-353-66-30 телефон номерына беркетелгән (Дәүләтова Зөлфиә Шамил ҡыҙы). Юрист Зөһрә Фәйзуллина, ғаиләнең ауыр хәлгә тарыуын иҫәпкә алып, теләге булғандарҙан Өфөләге тән бешеү үҙәгенә малайға күстәнәс алып барыуҙы ла һорай. Илназға ауыр операциялар үткәрергә, артабан йәшәргә өйрәнергә кәрәк. Бала һәм уның яҡындары ярҙамһыҙ ҡалмаһын ине.

 

Фото: mkset.ru

Автор:Лилия Нуретдинова