Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
17 Июль , 20:30

Ике үҫмер һәләк булды...

Әйтеүҙәренсә, ғүмере өҙөлгән 15 йәшлек ҡыҙ ҙа, уның иптәштәре лә ныҡ иҫерек була...

Ике үҫмер һәләк булды...

Күмертау ҡалаһының Маяҡ ауылы быуаһында 2003 йылғы үҫмер батып үлгән, тип хәбәр итә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте.

Мәғлүмәттәр буйынса, йәш кеше өс иптәше менән бергә һыу инә, улар һауа тултырылған матрастан һыуға ырғып шаяра. Тағы бер һикергәндән һуң егет һыу аҫтынан сыҡмай... Водолаздар уның кәүҙәһен ярҙан 30 метрҙа, алты метр тәрәнлектән таба.

Өфөлә кисә оҡшаш фажиғә була. Күлдә, “Райский берег” пляжы эргәһендә, 15 йәшлек үҫмер ҡыҙ һәләк була...

“Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ҡыҙ күлгә дуҫтары менән килә, улар иҫерткес эсемлектәр эсә, пляждан алыҫта һыу инә. Ҡотҡарыусылар компания ял иткән ерҙәге сыр-сыуға иғтибар итеп килеп еткәс, үҫмерҙәр бер иптәш ҡыҙҙарының юғалғаны тураһында хәбәр итә”, – тип белдерәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.

Ҡыҙҙың кәүҙәһе пляждан йыраҡта табыла. Ведомствола әйтеүҙәренсә, һәләк булған ҡыҙ ҙа, иптәштәре лә ныҡ иҫерек була.

Йәйге эҫенән ҡасып, күптәр әле һыу буйҙарында. Ял фажиғәгә әйләнмәһен ине. Иҫерткес эсемлектәр ҡулланыу ҡотолғоһоҙ эҙемтәләргә килтереүе бар, шул хаҡта онотмағыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

Фото: "Башинформ".

Автор:Равиля Гатауллина