Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Июль , 15:00

88 йәшлек инәй һәләк булды

Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә...

88 йәшлек инәй һәләк булды

Ял һәм байрам көндәрендә юл-транспорт ваҡиғалары артыуын иҫәпкә алып, рейдтарҙың көсәйтелеүе хаҡында алдан хәбәр иткәйнек. ЮХХДИ-нан килгән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һуңғы тәүлектә инспекторҙар ун юл-транспорт ваҡиғаһын теркәгән, бер кеше үлгән, 11-е төрлө йәрәхәт алған.

17 июлдә Кушнаренко районында булған ҡурҡыныс аварияла өлкән йәштәге инәйҙең ғүмере өҙөлгән. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Илмырҙа ауылы янында ҡара-ҡаршы килгән "Renault Logan SR" менән "Kia Sportage" бәрелешкән. Һөҙөмтәлә сит ил автомобилдәренең тәүгеһендәге 88 йәшлек инәй дауаханаға илтелгән. Әммә ғүмерен һаҡлап ҡала алмағандар. Авария буйынса тикшереү бара.

ЮХХДИ водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе йәнә иҫкәртә: юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ, бер-берегеҙгә ҡарата иғтибарлы, һаҡ булығыҙ. Ял һәм байрам көндәре матур үтһен!

Фото: "Башинформ". 

Автор:Айгөл Йәмилева