Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Июль , 21:00

"Бар ғаиләбеҙ менән прививка яһатырға ҡарар иттек"

Өфө ҡалаһы 94-се лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алла Йәһүҙина вакцинация йәһәтенән үҙ фекерен белдерҙе.

"Бар ғаиләбеҙ менән прививка яһатырға ҡарар иттек"

Өфө ҡалаһы 94-се лицейының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алла Йәһүҙина вакцинация йәһәтенән үҙ фекерен белдерҙе.

"Коронавирус менән ҡаты ауырыным, быуындар һыҙланы, тән температураһы төшмәне. Минән һуң тормош ирем дә сирләп китте. Бәхеткә, инфекцияның организмға артыҡ касафаты булманы. Шулай ҙа был сир менән ҡабат һис тә ауырығы килмәй.

Күҙ ауырыуҙары инвалиды булараҡ, вакцинация яһатмаҫҡа рөхсәт алыу мөмкинлегем дә бар ине, әммә аңлы рәүештә был аҙымға барманым - минеңсә, был сирҙән бер ҡағыҙ остоғо менән генә ҡотолоп булмай.

Пандемия осоронда хәүеф һәр яҡлап янай, сирҙең ҡан тамырҙары, быуындар яғынан килтереп һуғыуы мөмкин.

Бар ғаиләбеҙ менән прививка яһатырға ҡарар иттек: үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы был хәүефтән аралау мөмкинлеге бар икән, форсаттан файҙаланып ҡалыр кәрәк.

Вакцинациялауҙың беренсе баҫҡысын еңел үткәрҙем, икенсеһен көтәм".

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Айгөл Йәмилева