Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
18 Июль , 22:00

Өфө баҡсасылары өсөн мобиль вакцинация пункттары асылды

Прививканы ҡайһы урында ҡасан яһатырға була? Барыһы хаҡында - яҙмала.

Өфө баҡсасылары өсөн мобиль вакцинация пункттары асылды

Өфө баҡсасылары өсөн мобиль вакцинациялау пункттары булдырылды. Прививка яһатыу өсөн алдан яҙылыу кәрәкмәй, үҙең менән паспорттың булыуы ғына кәрәк.

Дим биҫтәһе баҡсасыларын Дим кордонындағы аҙыҡ-түлек магазины янында булдырылған пунктта көтәләр. Вакцинациялау ваҡыты - иртәнге сәғәт 10-дан алып киске 8-гә тиклем.

Октябрь районында мобиль вакцинациялау пункты Нуғай ауылы, Совет урамы, 24 адресы буйынса урынлашҡан. Юғары Дудкин ауылы баҡсасылары 20 һәм 22 июль иртәнге сәғәт 9-ҙан алып киске 6-ға тиклем прививка яһатыу мөмкинлегенә эйә.

23 июль вакцинациялау пункты Башҡортостан сәскәләре ҡасабаһында үҙ эшен башлай.

"Кооператив ялан" баҡсасылары вакцинаны 24, 25 июль эшләтә ала. Мобиль вакцинациялау пункты 26 июль Королёв ауылына киләсәк.

Ҡамышлы мелькомбинаты биләмәһендәге баҡсасылар 27 июль Мельниная, 1 адресы буйынса вакцинация яһата ала.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты. 

Автор:Айгөл Йәмилева