Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
20 Июль , 21:00

Оҫта йөҙәм тип ышанма...

Кейемдәрен дүрт көн элек яр буйында күргән булғандар...

Оҫта йөҙәм тип ышанма...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һыу буйында һәләк булғандар һаны һаман арта. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә ҡотҡарыусылар Эҫем йылғаһында һәм Ыҡкүлдә батҡан ике ирҙең кәүҙәһен сығарған.

17 июль кис Охлебинин ауылы янындағы йылғанан 35 йәшлек ирҙең кәүҙәһен сығарғандар. Ниндәй сәбәптән фажиғәгә тарығандыр ир кеше, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенсә, ул айыҡ булған.

18 июлдә Октябрьский ҡалаһындағы күлдә 42 йәшлек ир кәүҙәһе табылған. Уның кейемдәрен дүрт көн элек яр буйында күргән булғандар.

"Фажиғәләр күберәк һыу инергә тәғәйенләнмәгән урындарҙа теркәлә. Бәхетһеҙ осраҡтарҙан берәү ҙә яҡланмаған, хатта оҫта йөҙөүселәр ҙә. Вайымһыҙлыҡ күрһәтеү һәм эскән килеш һыуға төшөү - һәләк булыуҙың төп сәбәптәренең тәүгеләре", - тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар.

Фото: evo-rus.com

 

Автор:Аклима Гизатуллина