Башҡортостан
+28 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июль , 22:30

Хәлдәр ҡырҡыу

Башҡортостан Хөкүмәтендә кешеләрҙең һыу объекттарындағы хәүефһеҙлеге һәм янғын менән бәйле хәлдәр ҡаралды.

Хәлдәр ҡырҡыу

21 июлдә республика Хөкүмәтендә Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм бөтөрөү, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссияның сираттағы ултырышы булды. Уны вице-премьер Ирек Сәғитов алып барҙы.

Кәңәшмәлә өс мәсьәлә ҡаралды. Беренсеһе – быйылғы һыу инеү миҙгелендә һыу объекттарында халыҡ хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. Икенсе һәм өсөнсө мәсьәләләр янғындар менән бәйле хәлдәргә, уларҙа кешеләрҙең һәләк булыуына бәйле ине.

Ирек Сәғитов, йылға-күлдәрҙә кешеләрҙең, бигерәк тә балаларҙың һәләк булыуына ҡаршы саралар ҡаралһа ла, хәл ҡырҡыу ҡала, тип белдерҙе. Ул килтергән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, йыл башынан 11 баланың ғүмере өҙөлгән. Уларҙың һигеҙе – һыу инеү осоронда, ун осраҡ – өлкәндәрҙең балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыуы, тәғәйенләнмәгән урындарҙа һыу инеүе һөҙөмтәһендә теркәлгән.

"Һандар уҙған йыл менән сағыштырғанда түбәнерәк булһа ла, әле көндәр эҫе, һыу инеү миҙгеле тамамланмаған. Бәлиғ булмағандарҙың үлем осраҡтарының артыуы урындағы хакимиәттәрҙең тейешле эште еренә еткереп башҡармауы хаҡында һөйләй", - тине вице-премьер.

Янғындар менән бәйле хәлгә килгәндә, 15 июлгә ҡарата республика биләмәһендә 6913 ут сығыу осрағы теркәлгән, уларҙа 142 кеше һәләк булған, 137 кеше йәрәхәтләнгән.

"Бындай осраҡтарға ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу, электр ҡоролмаларын ҡороу һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, мейесте ҡороу, файҙаланыу шарттарын үтәмәү, балаларҙың ут менән шаярыуы сәбәпсе", - тине Ирек Сәғитов.

Урмандарҙағы янғындарға килгәндә, уларҙың күбеһе Урал аръяғында теркәлгән. Шулай ҙа уттың халыҡ йәшәгән урындарға, иҡтисад объекттарына күсмәүе тәьмин ителгән.

Ирек Сәғитов муниципалитеттар башлыҡтарына кешеләрҙең йылға-күлдәрҙә тәғәйенләнмәгән урындарҙа һыу инеү осраҡтарын асыҡларға, уларҙы хәүефһеҙ ял менән тәьмин итергә ҡушты. Сарала граждандарға хәүефһеҙлек тураһындағы мәғлүмәттәрҙе даими еткереп тороу мөһимлеге билдәләнде.

Фото: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова