Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июль , 12:00

Ғүмер буйы йыйған донъялары янып юҡҡа сыҡҡан

Янғындың төп сәбәбе – эҫе ҡояш нурының һыныуы, йәғни лупа тәьҫире. Уларҙың йорт-ҡаралтылары, баҡса, хатта мал-тыуары янған.

Ғүмер буйы йыйған донъялары янып юҡҡа сыҡҡан

Иглин районының Охлебинин ауылынан 60 йәштә бер нимәһеҙ тороп ҡалған ирле-ҡатынлы Наталья Кривошеина  менән Геннадий Трофимовтың хәлен аңларға була. 40 йылдан ашыу йыйған, ҡорған донъялары күҙ асып йомған арала янып көлгә әүерелгән ғаиләгә ашығыс ярҙам кәрәк.  Уларҙың йорт-ҡаралтылары, баҡса һәм мал-тыуары янып юҡҡа сыҡҡан.

Янғындың төп сәбәбе – эҫе ҡояш нурының һыныуы, йәғни лупа тәьҫире. Был көндә ныҡ эҫелек тора.  Ел ут ҡабынған урындан осҡондарҙы ғаилә йәшәгән йортҡа осора. Янғын һарай ҡыйығынан башлана. Утты  беренсе булып Геннадий шәйләй, ейәне менән ҡатынын ҡотҡарырға өлгөрә.  “Бөтәһе лә томан зсендәге кеүек, халыҡ йыйылып китте... Нисек ярҙам итәһең? Ярай  әле, янғын һүндереүселәр килеп етте. Мунса менән гаражды ҡотҡарып ҡалдыҡ,” - тип үртәлә ғаилә башлығы.

Әлегә ғаиләне Натальяның әсәһе үҙенә һыйындырған.  Ауылдаштар уларға кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән ярҙам иткән.  Пенсионерҙар  әлегә  бындай көтөлмәгән бәлә-ҡазанан һуң артабан нисек йәшәргә, тормоштарын яйға һалырға  белмәй. Бары мәрхәмәтлек, ғаиләгә материалдар менән  йәки аҡсалата ярҙам итеү  һөҙөмтәһендә генә уларҙың  яңы йорт күтәреүе, тормоштарын көйләүе мөмкин. Ярҙам итергә теләгәндәр өсөн телефон номеры түбәндәгесә: 8-919-150-50-67.

 

Фото:BashNews.

 

Автор:Дина Арсланова