Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июль , 21:45

Сабый тәҙрәнән осҡан...

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан республикала биш сабый һәләк булған, 17-һе төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алған.

Сабый тәҙрәнән осҡан...

Күмертау ҡалаһындағы йорттарҙың береһендәге тәҙрәнән тағы бер бала осоп төшкән.

Республиканың ашығыс хеҙмәттәренә икенсе ҡаттан ике йәшлек сабыйҙың ҡолап төшкәне тураһында хәбәр килгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, ҡыҙ бала иҫән ҡалған, әммә төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған.

“Тәҙрәнән ҡолап төшөү - ҡалаларҙа балаларҙың имгәнеүе һәм үлеменең төп сәбәптәренең береһе. Ҡарауһыҙ ҡалдырылған сабыйҙар ҡыҙыҡһыныусанлығы арҡаһында тәҙрәләргә үрмәләргә ярата, күҙ асып йомған арала түбәнгә оса. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күбеһе һәләк була”, - тиҙәр ведомствола.

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан республикала биш сабый һәләк булған, 17-һе төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алған.

Фото: риа-ленинск.рф

 

 

Автор:Дина Арсланова