Башҡортостан
+22 °С
Дождь
Бөтә яңылыҡтар
Хәүефһеҙлек
21 Июль , 15:00

Юлдарҙа йәнә фажиғә...

Үкенескә ҡаршы, водитель һәм 42 йәшлек пассажир ҡатын ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнгә тиклем һәләк була.

Юлдарҙа йәнә фажиғә...

Кисә Учалы районында ҡот осҡос юл фажиғәһе теркәлә. БР буйынса ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, Учалы-Ҡолош юлында  55 йәшлек водителдең ВАЗ-2107 автомобиле менән идара иткәндә хәүефһеҙ тиҙлек режимын һаҡламауы сәбәпле, автомобиль юлдан осоп төшөп түңкәрелә. Үкенескә ҡаршы, водитель һәм 42 йәшлек пассажир ҡатын ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнгә тиклем  һәләк була. 56 йәшлек бер пассажир дауаханаға оҙатыла.

Фажиғәнең сәбәптәрен  оператив-тәфтиш төркөмө  асыҡлай.  Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә,  20 июлдә Башҡортостанда биш юл-транспорт һәләкәте теркәлә, уларҙа ике кешенең ғүмере өҙөлә, биш кеше имгәнә...

БР буйынса ЮХХДИ билдәләүенсә, һәр дүртенсе авария водителдәрҙең тиҙлек режимын һаҡламауы арҡаһында килеп сыға. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ, юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ!

 

Фото: БР буйынса ЮХХДИ-нан.

Автор:Римма Султанова