

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре ҡатнашлығында террорсылыҡҡа ҡаршы комиссия менән төбәк оператив штабының берлектәге ултырышын үткәрҙе.
Унда юниорҙар араһында Спорт көрәше буйынса донъя беренселеген һәм “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалын үткәргәндә хәүефһеҙлекте һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса фекер алыштылар.
– Быйыл йәй Өфөлә ике ҙур сара уҙғарыла: 11 – 23 августа Спорт көрәше буйынса донъя беренселеге 65 илдән 1500-ҙән ашыу көрәшсене йыя, ә 25 августа “Йәш профессионалдар” милли чемпионаты финалына өс меңгә яҡын ҡатнашыусы килә. Бынан тыш, сентябрҙә, бөтә илдәге кеүек үк, Башҡортостанда ла Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Йәмәғәт именлегенә зыян килмәһен өсөн ошо саралар уҙғарылған урындарҙың бөтәһе лә махсус контролдә һәм тәүлек әйләнәһенә һаҡ аҫтында булырға, уларҙа санитария-эпидемиологик талаптарҙың барыһы ла үтәлергә тейеш.
Ултырышта Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов, Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лена Изотова төбәктең күмәк спорт-йәмәғәт сараларын үткәреүгә әҙерлеге тураһында һөйләне. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко 17 – 19 сентярбрҙә Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа республикала 3364 һайлау участкаһы асылыуы, уларҙың күпселеген стационар металл детекторҙар рамдары йыһазландырыуы тураһында сығыш яһаны.
Бөгөн Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республикала хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш итеүсе координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Фекер алышыу темаһы – милли һәм федераль проекттарҙы тормошҡа ашырғанда законлылыҡты үтәү саралары.
– Быйыл республика милли проекттар буйынса айырым маҡсатлы 150 күрһәткескә өлгәшергә тейеш. Был бурысты үтәү өсөн төрлө кимәлдәге бюджеттарҙан 26,9 миллиард һум бүленде, – тине Радий Хәбиров.
Ултырышта республиканың контроль-күҙәтеү органдары вәкилдәре – милли проекттарҙы тормошҡа ашырғанда асыҡланған етешһеҙлектәр, ә Төҙөлөш һәм архитектура, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлыҡтары етәкселәре уларҙы төҙәтеү йәһәтенән күрелгән саралар тураһында һөйләне.
Радий Хәбиров Премьер-министр Андрей Назаровҡа проблемалы төҙөлөштәрҙең һәр ҡайһыһын контролгә алырға, Хөкүмәт Президиумы ултырышында уларҙың төҙөлөшөн тамамлау буйынса йөкләмәләрҙең үтәлешен тикшерергә ҡушты.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143599.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/143599.html