Хәүефһеҙлек
22 Июля 2021, 05:00

Ҡойонда бала ҡазаланған

Көслө ел байтаҡ зыян килтергән...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡойонда бала ҡазаланғанҠойонда бала ҡазаланған
Ҡойонда бала ҡазаланған

Бишбүләк районында көслө ел һөҙөмтәһендә күп урында һыу һәм электр уты һүнгән - был турала Берҙәм дежур диспетчер хеҙмәтенә 30-ҙан ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

Иң көслө ел Бишбүләк һәм Көнгөр-Мәнәүез ауылдарына тура килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был афәттә 2007 йылғы ҡыҙ  зыян күргән. Дауыл Бишбүләктәге бер йорттоң ҡыйығын осорған саҡта, ҡоролманың өлөшө ҡыҙға ла тейеп, уны йәрәхәтләгән. Уҡыусы баланы район дауаханаһына оҙатҡандар.

Ҡойон үткән урындарҙа авария-ҡотҡарыу эштәре дауам итә.

Фото: район хакимиәте сайтынан.

Автор:Аклима Гизатуллина