Хәүефһеҙлек
23 Июль 2021, 05:00

30 градуслыҡ эҫелә эстә бикле ҡалып...

Әсә кеше йәш ярымлыҡ сабыйын автомобилдәге балалар креслоһына ултырта ла, үҙе инәйем тиһә, ишек асылмай...

30 градуслыҡ эҫелә эстә бикле ҡалып...30 градуслыҡ эҫелә эстә бикле ҡалып...
30 градуслыҡ эҫелә эстә бикле ҡалып...

Өфөлә йәш ярымлыҡ сабый 30 градуслыҡ эҫелә сит ил автомобиле эсендә бикле ҡала.

Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әсә балаһы менән урамда йөрөгәндән һуң автомобиле эргәһенә килә. Машинаға күптән түгел сигнализация ҡуйылған була. Ҡатын сумкаһын, асҡыстарын водитель креслоһында ҡалдырып, улын балалар креслоһына ултырта. Унан үҙе руль артына ултырайым тиһә, ишек асылмай.

Йәш әсә юғалып ҡалмай, тиҙ генә ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Улар тимер сым ярҙамында блокировкалау төймәһенә баҫып ишекте аса.

Тормошта һәр осраҡта ла һаҡлыҡ, тиҙ уйлап эш итеү кәрәк. Балаларыбыҙ имен булһын!

Фото: Өфөнөң Граждандарҙы яҡлау идаралығы матбуғат хеҙмәте.

Автор:Римма Султанова
Читайте нас