

Балаларҙың йәйге каникулы матур ғына үтһен. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә-ҡаза өсөн йәйге каникул юҡ. Ул һәммәһен, шул иҫәптән бәләкәстәрҙе лә, төрлө ерҙә – юлдарҙа, йылға-күлдәрҙә, уйын майҙансыҡтарында, йорт-ихатала йәки көнкүрештә һағалап тора. Йыш ҡына быға балаларҙың ҡыҙыҡһыныусанлығы, ваҡыттарының буш үтеүе, иң мөһиме – өлкәндәр йәһәтенән кәрәкле иғтибарҙың етмәүе сәбәпсе.
Балаларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген һаҡлау – ата-әсәләрҙең, барлыҡ өлкәндәрҙең мөҡәддәс бурысы. Әгәр улар бәләкәстәрҙең хәүефһеҙлеге хаҡында даими хәстәрлек күрһә, ошо үрҙә әйтелгән күңелһеҙ осраҡтарҙың күбеһен иҫкәртергә мөмкин.
Мәҫәлән, бала юл-транспорт фажиғәһенең ҡорбаны йәки сәбәпсеһе булмаһын өсөн уға юлдарҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре хаҡында иҫкәртеү кәрәклеген онотмайыҡ. Үкенескә ҡаршы, был проблема йылдан-йыл киҫкенләшә, сөнки машиналар күбәйгәндән-күбәйә, уларҙың двигателдәренең ҡеүәте артҡандан-арта, юлдарҙа тәжрибәһе булмаған водителдәр йыш осрай. Бына ошондай бихисап сәбәптәр ғүмерҙәрҙе хәүеф аҫтына ҡуя.
Балалар арҡаһында килеп сыҡҡан төп юл-транспорт сәбәптәренә туҡталып үтәйек. Кейемдәрҙә төҫтө ҡайтартҡыс элементтар йәки махсус йәбештергестәр булыуы хаҡында хәстәрлек күрергә кәрәк. Был иһә водителгә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ла баланы күреү, бер-бер хәл булғанда машинаның тормозына баҫып өлгөрөү мөмкинлеген бирә.
Светофор сигналдарын да инҡар итергә ярамай – юлды тәғәйенләнмәгән урындан сығыу бәхетһеҙлеккә килтерә. Юлда йәки уның эргәһендә уйнауҙың да ғүмерлек үкенес сәбәбенә әйләнеүе ихтимал. Велосипедта йәки самокатта юлдар буйлап йөрөү айырыуса хәүефле. Бына ошолар хаҡында бәләкәстәребеҙгә гел иҫкәртеп тороу зарур.
Ата-әсәләргә балалары менән урамда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү кәрәклеге хаҡында даими һөйләшергә кәрәк, тигән фекерҙә белгестәр. Ҡыҙығыҙға йәки улығыҙға велосипед, роликлы коньки, самокат, скутер, мопед йәки башҡа төрлө транспорт сараһы һатып алғанда бәлә-ҡазаның теркәлмәүе өсөн ҡайҙа йөрөү, ял итеү кәрәклеген аңлатығыҙ.
Ысынбарлыҡтағы тормоштоң, шул иҫәптән юлдарҙағы хәлдең, интернеттағы йәки кинолағы күренештәрҙән айырмалы, күпкә хәүефлерәк икәнлеген бала бик яҡшы белергә тейеш.
12 йәшкә тиклемге балаларҙы машинала йөрөткәндә лә балалар өсөн махсус тәғәйенләнгән ҡулайламаларҙы файҙаланығыҙ. Бәләкәстәр – юл хәрәкәтендәге иң яҡланмаған ҡатнашыусылар.
Бәләкәстәрҙе юлда йәки уның эргәһендә яуаплы булырға өйрәткәндә генә, бала саҡтарын хәүефһеҙ итәсәкбеҙ һәм уларҙан ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгән водителдәр тәрбиәләйәсәкбеҙ. Ғүмерлеккә тип туплаған белемебеҙҙең, тәжрибәбеҙҙең күп өлөшө ана шул бала саҡта алынған. Шулай итеп, балаларҙың яҙмышы, нигеҙҙә, ата-әсәгә бәйле, шул иҫәптән улар ҡыҙына йәки улына биргән мәғлүмәттең ғәзиз балаһына ярҙам итеүе йәки зыян сығанағына әйләнеүе лә. Балағыҙҙы урамға сығараһығыҙ икән, унда хәүеф-хәтәрҙең булмауы хаҡында мотлаҡ хәстәрлек күрһәгеҙ ине. Транспорт сараһының уңайлылыҡ ҡына түгел, хәүеф тә икәнлеген һис оноторға ярамай.
Айһылыу ЗЕКРИНА, дүрт бала әсәһе, юрист: – Ата-әсәһе ҡәҙерләп үҫтергән һәр баланың бәхетле, имен-һау булыуын теләйем. Бәләкәстәребеҙҙең йәйге каникул осорондағы хәүефһеҙлеген, был миҙгелдең матур үтеүен тәьмин итеүселәр ҙә беҙ – өлкәндәр. Өҫтәүенә, үҙем водитель булараҡ та, һәр ҡыҙҙың һәм малайҙың йәйге осорҙо бәлә-ҡазаһыҙ үткәреүен, яңы уҡыу йылын тик яҡшы тәьҫораттар менән ҡаршылауын теләйем. Шуға юлдарҙа һаҡ булайыҡ, балаларыбыҙҙы ла юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырайыҡ.
- Айһылыу НИЗАМОВА.