Хәүефһеҙлек
23 Июль 2021, 05:24

Бәлә башы – бер шырпы

Телевизорҙан яңылыҡтарҙы ҡараһаң, планета ғәрәсәт алдында торған  кеүек: төрлө тарафта дауылдар ҡотора, ҙур-ҙур ҡалалар һыу аҫтында ҡала, йәшен уйнай. Сит илдәрҙә, айырыуса АҠШ, Канада һәм Австралияла урман яныуына күнегеп тә бөттөк шикелле. Әммә Рәсәй киңлектәрендәге янғындар айырыуса хәүефләндерә. Әлеге мәлдә Саха-Яҡут Республикаһындағы янғындар меңдәрсә гектар урманды юҡҡа сығарҙы. Карелияла урман ғына түгел, шәхси йорттар янды. Ут күршебеҙ Силәбе өлкәһендә тотош ауылдар янып юҡҡа сыҡты. Әйткәндәй, Силәбе өлкәһендәге янғын эҙемтәһен Көньяҡ Урал райондары халҡы  ла тойҙо: бер нисә көнгә күк көмбәҙе ябылды, ҡояш төтөн артында ҡалды, төтөн арҡаһында тын алыуы ауырлашты. 150 – 200 километр алыҫлыҡта ҡоторған янғындың касафаты ошолай һиҙелде.

Белгестәр билдәләүенсә, йәй ахырынаса илдә 15 миллион гектар майҙанда янғын сығыуы ихтимал. Ә ғәрәсәттең төп сәбәпсеһе – шырпы тотҡан кеше.

Рәсәйҙә урман – иң төп тәбиғи байлыҡ, уның дөйөм майҙаны 809 миллион гектар. Ер шарында “йәшел ҡалҡан” 20 процент тәшкил итә һәм иң ҙур өлөшө Рәсәйгә тура килә. 

Беҙҙең республикала иһә биләмәнең өстән бер өлөшөн урмандар тәшкил итә. Дөйөм урман фонды – 6,3 миллион гектар. Майҙаны буйынса был урмандар Швейцария биләмәһенән да артып китә.  Республикала былтыр янғындар ғәҙәттән тыш күп булды. Айырыуса Бөрйән яҡтарында күпләп теркәлде урман яныу осраҡтары. Эҫе көндәр, кеше факторы һәм ҡоро йәшендәр – уларҙың төп сәбәпсеһе. Быйыл күрһәткестәр күпкә түбән булһа ла, урман һаҡсылары тынысларға иртә тип билдәләй.

Урман фондындағы хәлдәр, янғынға ҡаршы көрәш саралары тураһында һөйләүен һорап, Башҡортостандың урман хужалығы министры

Марат Шәрәфетдиновҡа мөрәжәғәт иттек.

– Марат Искәндәр улы, быйыл Башҡортостанда ғына түгел, бө­төн Рәсәйҙә ныҡ эҫе. Ҡоролоҡ. Бындай һауа торошо хәүефһеҙлек сараларын көсәйтеүҙе талап итәлер?

– Әлеге мәлдә урман янғындарына ҡағылышлы хәл ҡатмарлы. Дары өҫтөндә ултырған кеүекбеҙ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Хөкүмәт ултырышында ла был мәсьәләгә айырым иғтибар бүленде. Бик етди һөйләшеү булды. Август, сентябрь айҙарында көсөргәнеш һаҡланасаҡ әле. Быйыл һауа температураһы 26 апрелдән күтәрелде һәм төшкәне юҡ, һәйбәт ямғырҙарҙы ла көтөп ала алманыҡ. Миҙгел башынан янғындар һаны 232-гә етте, 2732 гектар урман зыян күрҙе. Айырыуса һаҡланған биләмәләрҙә алты янғын теркәлде һәм ут 12 гектар майҙанды ялманы. Тәбиғи ҡазанан күргән зыян күләме 4 миллион һум тәшкил итә. Шуны билдәләп үткем килә: “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына ярашлы, әлеге күрһәткес йыл аҙағына тиклем 17,3 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш.

Янғын һәр ваҡыт көтмәгәндә килеп сыға. Белорет, Бөрйән райондарында, ғәҙәттә, ул тау-таш ара­һында, техника ауыр үткән урын­дарҙа ҡотора. Шуға күрә утты тиҙ арала һүндереү мөмкинлегенә һәр ваҡыт әҙер булырға тейешбеҙ. Был йәһәттән нормативтар ҙа ҡаралған. Теркәлгән янғындарҙы тәүге тәүлек­тә һүндереү буйынса 81 процентҡа өлгәштек. Бер тәүлек эсендә, мәҫәлән, 168 янғынды бөтөргәнбеҙ. Урман янғындарына ҡаршы көрәшкә 4368 кеше йәлеп ителде, 1491 берәмек техника эшләне.

– Йыл һайын янғын сәбәп­тәрен барлайбыҙ. Өс фактор өҫтөнлөк итә, тибеҙ. Кеше факторына килгәндә, урман яныуға сәбәпсе булғандар тотоламы?

– Беҙ был мәсьәләгә айырым иғтибар бүләбеҙ һәм һәр янғындың сәбәбен асыҡларға тырышабыҙ. Янғындарҙың 93-ө тәбиғи фактор арҡаһында килеп сыҡҡан, уның яртыһы тиерлек ҡоро йәшен арҡаһында барлыҡҡа килгән. Ҡоро йәшен тауҙарҙа йыш була. Айырыуса бөгөнгө кеүек һауа шарттары булғанда: томра эҫе, ямғырһыҙ көндәрҙә йәшендән ут сығыу ихтималлығы бермә-бер арта. 80 осраҡта урман янғыны кешеләрҙең ҡырҙа усаҡ яғыуы арҡаһында сыҡҡан. Ҡалған утыҙ янғындың сәбәптәре башҡа.

Оператив мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 20 июндән 12 июлгә ҡәҙәр республиканың көньяҡ райондарында һауа температураһы урыны менән 38-42 градусҡаса күтәрелгән, ә елдең тиҙлеге секундына 25 метрға етеүе күҙәтелгән. Һауа торошо арҡаһында Көньяҡ Урал райондарында ҡоро йәшен фронты көсәйҙе. Ошо сәбәпле 49 урман янғыны барлыҡҡа килде лә инде. Улар 660 гектар майҙанда йәшеллекте юҡ итте. “Авиаурман­һаҡлау” учреждениеһы һәм Гидрометеорология үҙәге хәбәр итеүенсә, июлдең аҙағына тиклем янғын ҡурҡынысы һаҡланасаҡ. Тимәк, бындай осраҡта урман зонаһында эшләгән Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар янғын һүндереүгә гел әҙер торорға тейеш.

 – Урман һаҡсылары хәүефһеҙлек сараларын көсәйтте. Хатта Көньяҡ Урал райондарында урмандарға инеү тыйылып торҙо. Был алымдар һөҙөмтәле булдымы?

– Республикала 28 апрелдән урман фонды биләмәләрендә янғынға ҡаршы көрәш буйынса айырым режим индерелгәйне. Һуңынан 5 июлдән 25 июлгә тиклем Көньяҡ  Урал райондары өсөн сикләү саралары иғлан ителде. Был райондарҙағы урмандарға йәйәү ҙә, транспорт саралары менән дә инеү сикләнде. Ҡоро һәм эҫе көндәрҙә  хәүеф айырыуса көслө булған участкаларҙа 184  шлагбаум урынлаштырылды.

Был осорҙа киң мәғлүмәт сараларының ярҙамын тойҙоҡ. Иғландар һәм иҫкәртеүҙәр һәр район гәзитендә тиерлек баҫылды. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм  Урман хужалығы министрлыҡтары сайттарына һылтанма күрһәтелгән СМС-хәбәр һәр кешегә ебәрелде. Беҙҙең сайтҡа был ваҡытта 98 мең кеше инеп сыҡҡан.

Беҙҙең бөтөн көс ошо иҫкәртеү сараларын ойоштороуға йүнәл­телде һәм был алым үҙен аҡланы. Мәҫәлән, республика буйынса янғын сығыу ҡурҡынысын булдырмау өсөн дөйөм оҙонлоғо 8650 километрлыҡ урман һыҙаты махсус эшкәртелде. 173 ауылдың эргә-тирәһе һөрөлдө. Урмандарға яҡын булған ауылдарҙы уратып, 966 километр араны һөрөп сыҡтыҡ. Был ҡырҙағы янғындың ауылдарға күсеүенән һаҡлай.

Майҙа Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығына ҡараған Янғын һүндереү үҙәге базаһына дөйөм хаҡы 96 миллион һумлыҡ 34 берәмек техника, 48 берәмек төрлө ҡорамал тапшырылды. Ундай әҙерлек урман именлеген һаҡларға, ут һәм уның эҙемтәләре менән көрәшергә ныҡ ярҙам итә.

Шуны билдәләп үткем килә: Урман хужалығы министрлығында янғындар менән көрәшеү эше юғары кимәлдә ойошторолған. Ҡотҡарыусылар һәр ваҡыт юғары әҙерлек һыҙығында тора һәм сигнал килеү менән урманға сығырға әҙер. Әммә финанслау мәсьәләһен хәл итеү көнүҙәк булып ҡала.

 – Ошо хаҡта ентекләберәк әйтеп үтһәгеҙ ине. Федераль үҙәктән иҫкәртеү сараларына күпме аҡса бүленде һәм тағы ниндәй саралар булырын көтәһегеҙ?

– Финанслау мәсьәләһе иң көнүҙәк проблема булып ҡала. Янғындарҙы һүндереүгә һәм авиапатрулгә “Рослесхоз” тарафынан 8,3 миллион һум аҡса бүленде. Был сығымдар иҫкәртеү сараларына, янғын һүндереүгә тотонолдо ла инде. Миҙгелде уңышлы тамамлар өсөн тағы кәм тигәндә 14 миллион һум кәрәк. Был хаҡта белдереп, “Рослесхоз”ға мөрәжәғәт иттек. Тиҙҙән проблеманы хәл итәсәкбеҙ, тип яуап бирҙеләр. Көтәбеҙ.

Янғын хәүефе башланыу менән даими рәүештә үткәрелгән мониторинг мәлендә 24,3 мең гектар майҙанда 739 “ҡыҙыу нөктә” табылды. Авиапатруль республика өҫтөнән 99 сәғәт осҡан, ошо рейдтар мәлендә 22 урман янғыны асыҡланған. Инспекторҙар ҙа шундай уҡ рейдтар ойоштора, уларҙың дөйөм күләме 173 меңгә етте. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен инҡар иткән 269 кешегә ҡарата админис­тратив эш асылған.

Тик әле тынысланырға иртә: янғын ҡурҡынысы тағын дүрт ай һаҡланасаҡ. Район етәкселәренең дә был мәсьәләгә етди ҡарауын һорайым. Халыҡ араһында иҫкәртеү саралары алып барырға кәрәк. Ғөмүмән, урманда ут сыҡмаһын өсөн бергәләп эшләү мөһим. Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Учалы, Хәйбулла райондарында Ғәҙәттән тыш хәлдәр комиссияһы менән берлектә эште көсәйтәсәкбеҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урман янғындарының күпселеге кеше факторына бәйле. Ут менән һаҡһыҙ эш итеүҙең оло бәләгә килтереүе ихтимал.

 

- Лилиә НУРЕТДИНОВА әңгәмәләште.

Читайте нас