

Быйыл йәй башынан бирле Өфө халҡынан ҡалала көслө химик еҫ таралыуына бәйле ялыуҙар күбәйҙе. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шул мәлдә үк, һауаға бысратыусы матдәләр сығарыуға бәйле, баш ҡалалағы дүрт нефть химияһы заводын тикшерергә ҡушҡайны. Республика етәксеһе ҡуйған бурыстарҙың үтәлеше, контроль һәм тикшереү эше әле ниндәй кимәлдә?
Был – етди ваҡиға
– Нефть химияһы заводтарын тикшереүгә килгәндә, был сара һөҙөмтәһендә предприятиелар ғәйебе менән һауаға бысраҡ матдәләр сығарыу һәм рөхсәт ителгән концентрациянан ашыу факттары дөрөҫләнә икән, беҙ “Роспотребнадзор”ҙың талаптарын һәм әлеге предприятиеларҙың насар эҙемтәләрҙе нисек бөтөрөргә йыйыныуы һәм ниндәй профилактик саралар күреләсәге хаҡындағы пландарын тыңлаясаҡбыҙ, – тине Радий Фәрит улы. – Был бик етди ваҡиға булып тора. “Башнефть” – ышаныслы партнер һәм уның етәкселеге бөтә яуаплылыҡ кимәлен яҡшы аңлай тип уйлайым.
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Өфөләге һауа таҙалығы мәсьәләләренә арналған “түңәрәк өҫтәл” үткәрҙе. Сарала Совет рәйесе Владимир Барабаш, Дәүләт аналитик контроль идаралығы директоры Валентина Сәфәрова, Ҡулланыусы хоҡуҡтарын һәм кеше именлеген яҡлау буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығының коммуналь гигиена бүлеге етәксеһе Лариса Кильдюшова һәм башҡа белгестәр һауа торошона нисек көндәлек мониторинг үткәрелеп тороуы, тирә-яҡ мөхитте бысратыу ихтималлығы булған предприятиеларҙы даими тикшереүҙәре тураһында һөйләне.
– Беҙ һауа сифатына көн һайын мониторинг үткәрәбеҙ, йыш ҡына күсмә лаборатория ла эшкә ҡушыла, – тине Валентина Сәфәрова. – Өфөләге Ҡашҡаҙан күле янында автоматик станция бар, быларҙың барыһынан да мәғлүмәт алып торабыҙ. Ялыуҙар килгәс тә тикшерергә барабыҙ һәм яһалған һығымта идаралыҡтың сайтында бөтәһе лә уҡый алһын өсөн урынлаштырыла. Һауаға бысраҡ ташлаған сығанаҡтар күп булырға мөмкин: химик предприятие, коммуналь хужалыҡ, сүп өйөмдәренең яныуы һәм башҡалар.
Ялыуҙар бөтә райондарҙан килә
Быйылғы 14-15 июлдә генә лә өфөләрҙән химик еҫ көсәйеүе тураһында 72 ялыу килгән. Башҡортостандың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, кешеләр “көкөртлө водород”, “сәнәғәт еҫе”, “дихлофос”, “әсе газ еҫе” булыуға зарланған. Шуныһы ғәжәп: мөрәжәғәттәр Өфөнөң бөтә райондарынан да килгән. Химия һәм нефть химияһы заводтары урынлашҡан Калинин һәм Орджоникидзе райондарында экологик проблемалар электән бар икәне билдәле, ә бына уларҙан алыҫ урынлашҡан Ленин һәм Дим райондарына еҫ ҡаланың төньяҡ өлөшөнән Ағиҙел үҙәне буйлап килә, ти ҡайһы берәүҙәр. Тәбиғи, барыһы ла белгестәр тарафынан тикшерелергә һәм раҫланырға тейеш.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы 30 июндән алып Өфөләге һауаның сифатын контролдә тота. Уның һөҙөмтәһен идаралыҡтың сайтында даими тикшерә баралар: фенол нормативы Инициатива урамында – 1,2, Юрий Гагарин урамында 1,5 тапҡырға артығыраҡ булған, Инициатива урамында көкөрт диоксидының да 4,5 тапҡырға юғарыраҡ булыуын асыҡлағандар. Ә көкөрт водородының миҡдарын үлсәү ҡот осҡос мәғлүмәт биргән: Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Черниковкала ул рөхсәт ителгән концентрациянан 14 тапҡырға ашып киткән!
Эксперттар тикшереү эшен дауам итә. Күптән түгел “Роспотребнадзор”ҙың республика буйынса идаралығы “Башнефть-УНПЗ”, “Башнефть-Өфөнефтехим”, “Башнефть-Новойл”, “Өфөоргсинтез” заводтарын тикшерә башланы.
– Был тикшереү эштәре 27 июлгә хәтлем дауам итәсәк, зарурлыҡ тыуһа, ул тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһының талабы буйынса тағы ла 20 көнгә оҙайтыла ала, – ти “Росприроднадзор”ҙың Көньяҡ Урал бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Роман Болотов. – Һауаны бысратҡан тағы бер сығанаҡҡа – Яңы Черкассылағы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар полигонындағы янғынға килгәндә, бында административ яуаплылыҡҡа тарттырыу эше әҙерләнә.
Һауаны бысратыуы еңел дә бит...
Роман Болотов әйтеүенсә, предприятиелар үҙҙәре штаттан тыш хәл тыуыуы тураһында Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығына бер тапҡыр ҙа хәбәр итмәгән, халыҡтан килгән ялыуҙар “Роспотребнадзор” һәм “Росприроднадзор” идаралыҡтарына сара күреү өсөн ебәрелеп тора. Өфөнөң Граждандарҙы һаҡлау идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, үткән аҙнала ғына ла һауа сифаты насарайыуы тураһында 108 ялыу алынған.
Әлеге “түңәрәк өҫтәл”дә сығыш яһаусылар билдәләгәнсә, экологик талаптарҙың күҙәтелеүенә өлгәшеү еңелдән түгел: предприятиеларға инергә рөхсәт алырға, тикшерергә, уларҙың ғәйебе бар икәнен иҫбатларға кәрәк, һалынған штрафтар ҙур түгел, һәм улары ла федераль ҡаҙнаға китә. Тирә-яҡ мөхитте бысратҡан предприятиеларҙың береһе лә “түңәрәк өҫтәл”гә килмәгәйне. Уларҙан “Башнефть” вәкиленең яуабы ғына билдәле булды: тикшереү тамамланмаҫ борон һығымта яһарға иртәрәк, тигән ул.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.