

Бөгөн Өфө районының Шамонин ауылында республика райондарына янғын һүндереү техникаһы тапшырҙылар. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов ҡатнашты.
Пандемияға ҡарамаҫтан, республикала янғын һүндереү стратегияһын үҫтереү дауам итә: яңы деполар проектлана һәм төҙөлә, эҙләү-ҡотҡарыу отрядтары булдырыла, техника алына.
Йыл башынан Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты трафынан 38 берәмек янғын һүндереү техникаһы һатып алынған. Шуларҙың 15-е - тағылмалы һүндереү насосы. Бөгөн райондарҙан килгән вәкилдәргә тап шуларҙы тапшырҙылар ҙа инде. Был тағылмалар төпкөл ауылдарҙа һәм үтеүе ауыр булған урындарҙағы ирекле янғын һүндереүселәр өсөн тәғәйенләнгән.
Йыл башынан ошондай техниканы 30 берәмек һатып алғандар, ә стратегияны тормошҡа ашыра башлаған мәлдән, йәғни 2018 йылдан улар республикаға 159 берәмек килтерелгән.
Стратегияға ярашлы үткәрелгән саралар тәү сиратта халыҡты, йорт-ҡураларҙы, мөлкәтте янғындан һаҡлауға йүнәлтелгән.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru