

Көслө ямғырҙан, ҡойондан һуң Иглин районының күп ауылдарында йәшәүселәр электр энергияһыҙ тороп ҡалды, тип хәбәр иткәйнек.
Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Түбәнге Ләмәҙ ауылында (Үҙәк урамдан тыш), Оло Ҡарамалы (Урман, Йүкә урамдарынан тыш, хәл асыҡлана), Таутөмән, Пятилетка, Сыуаш-Ҡобау, Баҡай, Иглин (Яр буйы, Сағанлы, Ҡайынлы, Свердлов, Чапаев урамдарында) электр уты менән тәьмин ителгән.
Әле тәбиғәт ғәрәсәтенән зяын күргән ауылдарҙағы урамдарҙы электр уты менән тәьмин итеү эше бара.
Фото: Иглин районы хакимиәте.